“Башҡортостан” милли тәбиғәт паркында һеләүһен “фототоҙаҡҡа” эләккән. Һеләүһендең ҙурлығына килгәндә, ул бәләкәй эт тиклем. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 80 – 130 сантиметр булһа, бейеклеге 70-кә етә. Өлгөргән аталары 18 килограмдан 25-кә саҡлы тарта. Бик һирәктәре генә 30 килограмға етеүҙәре ихтимал. Инә һеләүһен иһә уртаса 18 килограмм була. Бик матур йәнлек. Ҡолаҡ остарында оҙон “бумала”һы бар. Ҡойроғо киҫеп алғандай ҡыҫҡа ғына. Кәүҙәһенә ҡарап билдәләгәндә, башы бәләкәй, йоморо. Сикәләренең ике яғынан төшкән оҙон йөндәре “бакенбарда” һымаҡ күренә. Мороно ҡыҫҡа, күҙҙәре ҙур. Ҡарашы зәһәр осҡон сәсә. Мамығын, йөнөн яҙлы-көҙлө ике тапҡыр алмаштыра. Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йәнлектәр араһында уның йөнө иң ҡуйыһы. Шуға тиреһе өсөн был йәнлеккә электән һунар итәләр. Мәҫәлән, Европа илдәрен алғанда, Францияла 1900 йылға уларҙы тулыһынса ҡырып бөтөргән булғандар. Һуңынан ғына ике урынға – Вогезы менән Пиренейҙарға ебәрелә. Швейцарияла 1915 йылға бөтөрәләр. 1971 йылда ғына ҡайтанан үрсетә башлайҙар