Бөгөн Өфөлә үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (съезы) тураһында бихисап делегаттар, Башҡарма комитеттың әүҙем ағзалары, мәртәбәле ҡунаҡтар фекерҙәре, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Сынтимер Биктимер улы БАЯЗИТОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы, Өфө ҡалаһы ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: – Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үҙенең бөгөнгө ҡоролтайҙағы сығышында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән киләһе биш йыллыҡта башҡарыласаҡ эштәр тураһында аныҡ йүнәлештәр билдәләне. Туған телебеҙ быуындан-быуынға тапшырылырға, үҫергә тейеш, тигән бурысты ҡуйҙы. Шулай уҡ мине мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы билдәләнгән саралар, эштәр ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Бейеү көнөнөң булдырылыуын сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хуплап ҡаршы алды. Шулай уҡ ошо уҙған биш йыллыҡта Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө, Ҡурай көнө көнө кеүек матур даталарҙың, “Башҡорт аты” кеүек һоҡланғыс б