Кушнаренко үҙәк китапханаһының уҡыу залында талантлы шағирә һәм журналистика өлкәһендә егелеп эшләп хаҡлы ялға киткән ҡәләм эйәһе Фәндиҙә Харрасованың 70 йәшлек юбилейына һәм "Йәшәү ҡағиҙәһе" китабының донъя күреүенә арналған ижад кисәһе үтте.Байрамы менән ҡотлап, Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Александр Юрьевич Десяткин уға район хакимиәтенең "Маҡтау ҡағыҙы"н тапшырҙы. Урындағы Милли мәҙәни-автономия етәксеһе Дамир Фәнуз улы Ғилманов, райондың шәрәфле ағзаһы Фәйләс Кәшфи улы Муллағәлиев яҙыусының ижадын һәм әҙәби эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Фәндиҙә Туҡтарғәле ҡыҙы республикабыҙҙа татар телендә сыҡҡан "Өмет", "Кызыл таң", "Толпар" баҫмаларында эшләп, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.Фәнисә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова, "Сәрмәсән таңдары" әҙәби берләшмәһе ағзаһы Фәндиҙә ханыма бағышлаған шиғри юлдарын уҡып ирештерҙе.-Иман - ул беззең йәшәү ҡағиҙәһе. Тыуған илде, халҡыбыҙҙы яратыу. Шуға ла Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт