Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡорт телен балалар баҡсаһында өйрәтеүгә иғтибар арттырыла

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (съезы) республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ йыйылды. Съезд барышында төплө сығыштар тәҡдим ителде, көнүҙәк мәсьәләлр тураһында фекер алышыуҙар ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы ҒӘЛИЕВА бына нимәләр хаҡында һөйләне: – 2019 йылдың апрелендә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Артабан июнь айында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы. Ошо биш йыл эсендә беҙ ошо мөһим сараларҙа билдәләнгән маҡсат һәм йүнәлештәр буйынса аныҡ эштәр башҡарып, ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәштек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы барышында республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен үҫтереү, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу башланғысы менән сыҡҡайны. Төбәгебеҙ етәксеһе бөгөнгө сығышында ошо эшмәкәрлеккә юғары баһа

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (съезы) республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ йыйылды. Съезд барышында төплө сығыштар тәҡдим ителде, көнүҙәк мәсьәләлр тураһында фекер алышыуҙар ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы ҒӘЛИЕВА бына нимәләр хаҡында һөйләне: – 2019 йылдың апрелендә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Артабан июнь айында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы. Ошо биш йыл эсендә беҙ ошо мөһим сараларҙа билдәләнгән маҡсат һәм йүнәлештәр буйынса аныҡ эштәр башҡарып, ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәштек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы барышында республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен үҫтереү, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу башланғысы менән сыҡҡайны. Төбәгебеҙ етәксеһе бөгөнгө сығышында ошо эшмәкәрлеккә юғары баһа бирҙе һәм тәүге һөҙөмтәләрҙе барланы. Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ полилингваль күп профилле мәктәп эшләй. Уларҙың алтауһында уҡытыу туған башҡорт телендә алып барыла. Полилингваль мәктәптәр – ул Башҡортостан Башлығы мәктәптәре, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Быйыл Баймаҡ ҡалаһындағы лицей-интернат полилингваль белем усағы итеп үҙгәртелде. Яңы алымдағы эшмәкәрлеккә күсер алдынан унда ныҡ күләмле ремонт эштәре башҡарылды. Әлеге ваҡытта полилингваль мәктәптәрҙә 10 меңгә яҡын бала уҡый. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә тап ошо белем усаҡтарына эләгеү өсөн атлығып тора. Башҡортостан Башлығы үҙенең бөгөнгө сығышында мәғариф өлкәһенә яңы бурыстар ҡуйҙы. Ул башлыса мәктәпкәсә белем биреүгә иғтибарҙы арттырыуға ҡағыла. “Һәр полилингваль йәки милли мәктәп янында мәктәпкә белем биреүҙе ойошторорға кәрәк”, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Киләһе биш йыллыҡта тап ошо бурыстарҙы үтәүгә, йәғни туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен өйрәтеү эшен балалар баҡсаларында киңерәк алып барырға иғтибар йүнәлтәсәкбеҙ. Был тәңгәлдә, әлбиттә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектәге эшмәкәрлеккә иҫәп тотабыҙ. Иңебеҙгә һалынған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа милли, полилингваль мәктәптәрҙең, юғары уҡыу йорттарының ярҙамына ышанабыҙ. Автор фотоһы.