Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эшҡыуар үҙ клиникаһын асты

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән шәхси эшҡыуар яңы медицина учреждениеһын асты. Пациенттар унда ашҡаҙан-эсәк юлын тикшертеү һәм шунда уҡ гастроэнтеролог консультацияһын алыу мөмкинлегенә эйә. Ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәрен ваҡытында диагностикалау өсөн заманса аппараттар файҙаланыла. Ә гастроэнтерологтың кәңәштәре асыҡланған сирҙәрҙе артабан дауалау өсөн бик мөһим. –Хәҙерге ваҡытта аш һеңдереү ағзалары сирҙәре киң таралған. Ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуығы, бауыр һәм эсәклек сирҙәре тап уларға ҡарай, – тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Ул шул уҡ ваҡытта гастроэнтерология сирҙәрен дауалағанда махсус диета күҙәтеү, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сәләмәт тормош менән йәшәү мөһимлеген билдәләне. 2024 йылда республикала һигеҙ медицина учреждениеһы тәүге тапҡыр гастроэнтерология буйынса лицензия алды. Хәҙер уларҙың һаны – 288. Лицензияларҙы алыу һуңғы ваҡытта министрлыҡ ярҙамы менән ябайлаштырылды. 15 көн эсендә яңы лицензи

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән шәхси эшҡыуар яңы медицина учреждениеһын асты. Пациенттар унда ашҡаҙан-эсәк юлын тикшертеү һәм шунда уҡ гастроэнтеролог консультацияһын алыу мөмкинлегенә эйә. Ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәрен ваҡытында диагностикалау өсөн заманса аппараттар файҙаланыла. Ә гастроэнтерологтың кәңәштәре асыҡланған сирҙәрҙе артабан дауалау өсөн бик мөһим. –Хәҙерге ваҡытта аш һеңдереү ағзалары сирҙәре киң таралған. Ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуығы, бауыр һәм эсәклек сирҙәре тап уларға ҡарай, – тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Ул шул уҡ ваҡытта гастроэнтерология сирҙәрен дауалағанда махсус диета күҙәтеү, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сәләмәт тормош менән йәшәү мөһимлеген билдәләне. 2024 йылда республикала һигеҙ медицина учреждениеһы тәүге тапҡыр гастроэнтерология буйынса лицензия алды. Хәҙер уларҙың һаны – 288. Лицензияларҙы алыу һуңғы ваҡытта министрлыҡ ярҙамы менән ябайлаштырылды. 15 көн эсендә яңы лицензия алыу мөмкинлеге бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.