Иртә менән “Ватанды һаҡлаусылар” секцияһы ултырышы үтте. Унда модераторҙар булып Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов сығыш яһаны. Секцияла докладтар менән яҙыусы, “Дондағы Башҡортостан яҡташтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәхмүт Сәлимов (тема: “МХО синдромы – яугирҙәрҙең психологик проблемалары, уларҙы һуғыштан һуң реабилитациялау”); Рәсәй Геройының атаһы Айсар Илһамов (“Герой атаһының республикалағы йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуы”); махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының социаль координаторы Илнур Ҡарабулатов (“МХО-ла ҡатнашыусыларҙы, ветерандарҙы граждандар тормошона яраҡлаштырыу мәсьәләләре”); Башҡортостандың Диңгеҙ Йыйылышы етәксеһе Юлай Моратов (“МХО-ла ҡатнашыусыл