Баш ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоралтайының икенсе пленар өлөшө тамамланып тора. Иртәнге пленар ултырыш һәм секцияларҙан һуң тағы бер пленар ултырыш үтте һәм мөһим сараға йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында кемдәр ҡатнашты? Был турала мандат комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләне. Бөгөн съезда Башҡортостандан – 318, Рәсәй төбәктәренән – 171, сит илдәрҙән 38 делегат ҡатнаша. Уларҙың 83 проценты юғары белемле. Делегаттар араһында фән докторҙары, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре бар. Рәсәйҙең, БДБ илдәренең юғары дәүләт наградалары алған кешеләр бихисап. – Делегаттарҙың 10 проценты – 22-35, 44 проценты – 36-50, 22 проценты – 51-60 йәшлек, 20 проценты – 60 йәштән өлкәнерәктәр. Иң оло делегат Муса Нурдәүләтовҡа (Мари Иле) – 72 йәш, иң йәш делегат Искәндәр Ҡолбахтинға (Өфө) – 22 йәш. Делегаттар араһында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар күп. Улар – Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллин (Силәбе өлкәһе), Таһир Вәлиев (Учалы районы), Рим Йомағужин (Мәскәү). Делегаттар араһында төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, рустар, украиндар бар.Ирҙәр һәм ҡатындар нисбәте бер тигеҙ, – тине ул. Пленар ултырышта секциялар эшенә йомғаҡ яһалды. “Ватанды һаҡлаусылар” секцияһы ултырышында ҡатнашҡан махсус хәрби операция яугире Оскар Ситдиҡов килһе йылды ҡоролтайҙа Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Быны барыһы ла ихлас хупланы. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың идара итеү системаһында, шул иҫәптән республика Башлығы хакимиәтендә күрергә теләүе хаҡында һәйтте. – Беҙҙә әлегә 34 МХО-ла ҡатнашыусы ҡала һәм район советтары депутаттары булып тора. Махсус хәрби операция ветераны Артур Ғәлиев Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды. Оскар Ситдиҡов – “Ватан Геройҙары” программаһында ҡатнашыусы, ҡораллы көстәрҙән киткәс тә, уға республика Башлығы ярҙамсыһы вазифаһын тәҡдим иттем. Бындай егеттәр республиканың идара итеү системаһында эшләргә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Тағы бер секция ултырышы модераторы – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһын булдырырға тәҡдим итте. Шулай уҡ Урал Таһир улы телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программала, Башҡортостан Республикаһы Башлығының ғаиләлә телде үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары йүнәлештәрен яңынан ҡарарға тәҡдим итте. – Балаларҙың мәктәптә генә башҡорт телен өйрәнеүенән, ә өйгә ҡайтҡас русса һөйләшеүенән файҙа юҡ. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы гранттары программаһында ғаиләлә телгә ярҙам итеү йүнәлешен күҙ уңында тоторға кәрәк, – тип билдәләне Урал Килсенбаев. Тағы ла бер тәҡдим йыл һайын Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын үткәреүгә ҡағылды. Уҡытыусылар үҙҙәре ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән. Урал Таһир улы шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү методик базаһын яңыртырға тәҡдим итте. Республикала телде үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, ләкин үҙаңды үҙгәртеү талап ителә. – Башҡорт телен һаҡлау ғына түгел, үҫтереү, көсәйтеү мөһим, – тине ул. Шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Салауат Юлаев һәйкәле тураһында сығыш яһаны. – Ни өсөн беҙҙең Салауат Юлаев һәйкәлен донъяла тәүге һүтеп алып төҙөкләндерелгән һәйкәл тип уйлайбыҙ һуң ул? Бындай миҫалдар күп. Ҡайһы берәүҙәр Волгоградтағы “Ватан-Әсә саҡыра” һәйкәле менән сағыштыра, имеш уны һүтмәй эшләнеләр, тиҙәр. Ә бит был осраҡта уның тышҡы йөҙө генә ремонтланды, ә беҙҙең һәйкәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эстән серей башлаған. Бөтәбеҙ ҙә һәйкәл буйынса белгес булдыҡ та киттек, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен ине. Ә белгестәр үҙ һүҙен әйтте, һәйкәлде төҙөкләндерергә кәрәк. Был юҫыҡта спекуляцияға урын булмаһын, – тине ул. Тележурналист Рита Өмөтбаева башҡорттарҙы берҙәм һәм аҡыллы булырға саҡырҙы. Ҡайһы бер кешеләрҙе интернеттағы, социаль селтәрҙәге деструктив фекерҙәргә ышанмаҫҡа өндәне. Химия буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе Вадим Хәрисов башҡорт йәштәре исеменән сығыш яһаны. – Башҡортостанда йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Тик янымда “беҙҙә мөмкинлектәр” юҡ тигән иптәштәрем булды. Үҙемдең өлгөм менән күрһәтәм – барыһы ла мөмкин, мин Башҡортостан флагы аҫтында ҙур уңыштарға өлгәштем. Халыҡ-ара олимпиадала еңгәндән һуң мине ҙур вуздарға, күрше төбәктәргә саҡырыусылар күп булды. Ләкин мин бында һәм үҙемдең республиканы һайланым, бында уҡыйым. Беҙҙең химия мәктәбе - илдә иң яҡшыларының береһе. Башҡортостанда йәшәүем менән ғорурланам, – тине ул. Башҡа секция ултырышы вәкилдәре лә үҙ йүнәлеше буйынса сығыш яһап, тәҡдимдәрен индерҙе. Сара һуңында ҡоролтай резолюция ҡабул итте, яңы президиум һәм башҡарма комитет составы һайланды. Яңы срокка ҡайтанан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе итеп – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе итеп Юлдаш Йосопов һайланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әүҙем йәмәғәтселәргә республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сара матур һәм сағыу концерт менән тамамланды. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Баш ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоралтайының икенсе пленар өлөшө тамамланып тора. Иртәнге пленар ултырыш һәм секцияларҙан һуң тағы бер пленар ултырыш үтте һәм мөһим сараға йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында кемдәр ҡатнашты? Был турала мандат комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләне. Бөгөн съезда Башҡортостандан – 318, Рәсәй төбәктәренән – 171, сит илдәрҙән 38 делегат ҡатнаша. Уларҙың 83 проценты юғары белемле. Делегаттар араһында фән докторҙары, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре бар. Рәсәйҙең, БДБ илдәренең юғары дәүләт наградалары алған кешеләр бихисап. – Делегаттарҙың 10 проценты – 22-35, 44 проценты – 36-50, 22 проценты – 51-60 йәшлек, 20 проценты – 60 йәштән өлкәнерәктәр. Иң оло делегат Муса Нурдәүләтовҡа (Мари Иле) – 72 йәш, иң йәш делегат Искәндәр Ҡолбахтинға (Өфө) – 22 йәш. Делегаттар араһында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар күп. Улар – Рәсәй Геройы Альберт Зәйнул