Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Көйәнтә менән һыу ташыуҙың үҙ серҙәре бар икән

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, донъяның иң көслө кешеләренең береһе, башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин быйылға стронгмен буйынса ярыштар миҙгеле тамамланыуы хаҡында белдерҙе. – Стронгмен буйынса ярыштар миҙгеле тамамлана, әммә беҙ Дмитрий Кононец менән киләһе Яңы йылда уҡ спортсылар өсөн “сюрприздар” әҙерләйбеҙ. Уларҙың береһе - “Батыр көйәнтәһе”. Снарядтың ауырлығы 90 килограмдан 300 килограмға тиклем көйләнә. Ололар әйтеүенсә, һыуҙы көйәнтә менән ташый алғансы кешенең көсө була. Ә малай һыуҙы ошо ысул менән ташый башлаһа, үҫмер ҡорона ингән тип һаналған. Көйәнтә ике биҙрә һыуҙы, башҡа йөктө ике иңгә һалып алмашлап күсереп, арымай-талмай ташырға ярҙам итә. Бөгөнгө заманда көйәнтәне бик аҙ кеше файҙалана, ә хәҙер беҙҙең батыр стронгмендарға “Батырлыҡ көйәнтә”һен үҙ иңендә һынап ҡарарға ваҡыт етте! – тип уртаҡлашты Эльбрус Ниғмәтуллин. Ә һеҙ көйәнтәләп һыу ташыйһығыҙмы? Белешмә: Стронгмен – рәсми рәүештә 1977 йылдан ғына ғәмәлдә булған спорт төрө. Шуға ҡарамаҫтан, иң көслө кешене

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, донъяның иң көслө кешеләренең береһе, башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин быйылға стронгмен буйынса ярыштар миҙгеле тамамланыуы хаҡында белдерҙе. – Стронгмен буйынса ярыштар миҙгеле тамамлана, әммә беҙ Дмитрий Кононец менән киләһе Яңы йылда уҡ спортсылар өсөн “сюрприздар” әҙерләйбеҙ. Уларҙың береһе - “Батыр көйәнтәһе”. Снарядтың ауырлығы 90 килограмдан 300 килограмға тиклем көйләнә. Ололар әйтеүенсә, һыуҙы көйәнтә менән ташый алғансы кешенең көсө була. Ә малай һыуҙы ошо ысул менән ташый башлаһа, үҫмер ҡорона ингән тип һаналған. Көйәнтә ике биҙрә һыуҙы, башҡа йөктө ике иңгә һалып алмашлап күсереп, арымай-талмай ташырға ярҙам итә. Бөгөнгө заманда көйәнтәне бик аҙ кеше файҙалана, ә хәҙер беҙҙең батыр стронгмендарға “Батырлыҡ көйәнтә”һен үҙ иңендә һынап ҡарарға ваҡыт етте! – тип уртаҡлашты Эльбрус Ниғмәтуллин. Ә һеҙ көйәнтәләп һыу ташыйһығыҙмы? Белешмә: Стронгмен – рәсми рәүештә 1977 йылдан ғына ғәмәлдә булған спорт төрө. Шуға ҡарамаҫтан, иң көслө кешене асыҡлау идеяһы үҙ тамырҙары менән боронғо замандарға барып тоташа. Һәр дәүерҙә һәм мәҙәниәттә физик өҫтөнлөк һәм көс күрһәтеү буйынса ярыштар булған. Фото сығанағы: Эльбрус Нигматуллин