2025 йылдан Башҡортостан Республикаһында һалым буйынса бурыс булмағанда ғына транспорт һалымының түбәнәйтелгән ставкаһы ҡулланыласаҡ. Бындай үҙгәрештәр “Транспорт һалымы тураһында” төбәк законына индерелгән. Хәҙер һалымдарҙы ваҡытында түләмәү отошло түгел. Мәҫәлән, әгәр двигатель ҡеүәте 87 ат көсө булған Lada Granta автомобиле өсөн транспорт һалымы түбәнәйтелгән ставка буйынса йылына 870 һум тәшкил итһә, уны бурыслыға 2 175 һум түләргә тура киләсәк. Шуның кеүек үк, двигатель ҡеүәте 123 ат көсө булған Kia Rio өсөн түбән ставкалы һалымды ҡулланғанда 2 460 һум тәшкил итә, ҡулланып өлгөрмәгәндә - 4 305 һум. "Бөгөн Башҡортостан Республикаһында 1,15 миллион транспорт һалымын түләүсенең 94 проценты түбән ставкалар менән файҙалана. Шул уҡ ваҡытта республикала 400 меңгә яҡын граждандың 2024 йылдың 1 декабренә ҡарата һалым буйынса бурысы бар”, – тип билдәләй Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов. Әгәр 1 ғинуарға тиклем һалым буйынса бу