Төбәк етәксеһе "Шайморатов" кластарының иң яҡшы уҡыусыларын сәләмләне. – Бөгөн – һәр берегеҙҙең тормошонда мөһим көн. Мин һеҙгә һоҡланып һәм ихтирам менән ҡарайым, сөнки һеҙ ошо исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөү өсөн еңел булмаған юл үттегеҙ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Ватан һәм Башҡортостан тарихында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың айырым ролен билдәләп үтте. – Шайморатовтың исеме беҙҙең менән мәңге булырына ышанам. Ул үҙенсәлекле кеше, күренекле хәрби етәксе, башҡорт халҡының данлы улы булды. 2022 йылда республикабыҙҙа МХО-ла ҡатнашыу өсөн тәүге ирекле хәрби подразделениелар ойошторола башлағас, яугирҙәр шунда уҡ: "Беренсе батальон генерал Шайморатов исемен йөрөтәсәк", - тине. Һәм беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Шайморатовсы булыу - ҙур хөрмәт, - тине төбәк етәксеһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Шайморатов" кластарын тәүге тапҡыр 2020 йылдың көҙөндә Өфөләге 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрҙә, шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһынд