96 йәшлек инәйҙең оҙаҡ йәшәү сере ниҙә? Олоғайһалар ҙа, матур итеп ҡартайған инәй-бабайҙар була. Уларҙың хатта биттәрендәге йыйырсыҡтары ла мөләйемлек өҫтәп торған һымаҡ. Күңеле яҡшы кешеләр генә шундай булалыр. Күптән түгел редакциябыҙға килгән 96 йәшлек Нажиә инәй Ғәниеваны (Исмәтова) күреү менән ошондай фекер ҡабат яңырҙы. – Оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере ниҙә? Нисек шулай матур һаҡландығыҙ? – тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. – Кешелекле булдым. Ғүмер буйы башҡаларға ярҙам итеп йәшәнем. Уларҙың рәхмәттәрен күп алғанға ла оҙон ғүмерле булғанмындыр. Әсәйем дә шулай изгелекле ине. Әле лә хәтеремдә, мин бәләкәй саҡта хәйер һорап беҙгә бер бабай менән бәләкәй малай килеп керҙе. Ул саҡта әсәйемдең ере бар ине, тары сәсеп үҫтергәйне. Асығып килеп кергән шул бабайҙы йәлләп, уға бер биҙрә тары биреп сығарҙы, ә малайҙы алып ҡалып ҡарап үҫтерҙеләр. Әсәйемдең матур өлгөһөн бала саҡтан күңелемә һеңдереп үҫтергәнмен. Әле лә кемдеңдер ярҙамға мохтажлығын күрһәм, уға битараф ҡала алмайым. Ярҙам итеп,