– Июндә Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышында Оло Ыҡтымаҡ ауылында балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу мәсьәләһен "Миләш" балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубаширова күтәреп сыҡҡайны. Бөгөн, 11 декабрҙә, тантаналы рәүештә төркөм асылды. Өс-дүрт йәштәге балалар яңы уҡыу йылы башынан ҡыҙыҡһынып башҡорт телен өйрәнә. Төркөмдә 16 башҡорт, биш урыҫ һәм биш татар балаһы шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, башҡа милләт балалары ла башҡорт телен өйрәнергә теләй, – тине "Башҡортостан" гәзитенә Мәсетле районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова. Төркөмөндә кескәйҙәрҙе тәрбиәләү, милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу башҡорт халҡының көнкүреше һәм традициялары, халыҡтың ауыҙ-тел ижады, халыҡ уйындары, байрамдары менән танышыу аша уҙасаҡ, ти "Миләш" балалар баҡсаһы педагогтары. Төркөмдө асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин да ҡатнашҡан һәм "Миләш"кә тирмә бүләк иткән. Артабан тирмәнең эске яғ