Белоретта ҡалаһында эшҡыуар Резеда Сайдарова (Ҡауыева) ойошторған “Башҡорт өйө” шәхси музейы асылды. Уның бындай музей асыу хыялы күптән барлыҡҡа килгән, 15 йылдан ашыу ул экспонаттарҙы бөртөкләп йыйған. Был музейҙы булдырыуға быуындан-быуынға тапшырылған ғаилә ҡомартҡыһы француз яулығы илһамландыра. Музейҙа башҡорт ауыл йортоноң көнкүреше тергеҙелгән – милли башҡорт кейемдәре, бишек, бишмәт, фотоһүрәттәр, китаптар, келәмдәр, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылған. Олатай-өләсәйҙәрҙән, туғандарынан ҡалған ҡомартылар ҙа бар, шулай уҡ Белорет һәм Учалы райондары ауылдарынан, Резеда Рифғәт ҡыҙының тыуған ауылы Ҡобағоштан да йыйғандар. Коллекция тулылана, тегеү эшенә арналған күргәҙмә лә буласаҡ. Бер нисә боронғо тегеү машинаһы бар. Музейҙың үҙәгендә – Резеда Рифғәт ҡыҙы ғаиләһенең шәжәрәһе, ул 11 быуынды үҙ эсенә ала. Был шәжәрәне йыйыу бер нисә йыл дауам иткән. Музейға Белорет халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары бушлай йөрөй ала. Бында уҡыусылар өсөн экскурсиялар һәм ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәре