“Сибәркәй” салаты Кәрәк: ике сөгөлдөр, 150 грамм ҡаты сыр, бер ус йөҙөм, өс кишер, өс тырнаҡ һарымһаҡ, бер ус грек сәтләүеге һәм шул сама ҡара емеш, майонез. Сөгөлдөр менән кишерҙе бешереп, шулай уҡ сырҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә. Һарымһаҡты иҙергә, сәтләүекте ваҡларға. Йөҙөм менән ҡара емеште бер нисә минут ҡайнар һыуҙа тотоп алырға. Артабан һәр береһен айырым ҡат итеп һалырға. Беренсе ҡат: йөҙөм ҡушылған кишер. Майонезды һалып бутарға йәки өҫтөнә һыларға мөмкин. Икенсе ҡат: бергә яҡшы итеп буталған сыр, һарымһаҡ, майонез. Өсөнсө ҡат: туралған ҡара емеш, грек сәтләүеге, сөгөлдөр һәм майонез. Өҫтөн үҙ фантазияғыҙға ярашлы биҙәргә. “Ананас” салаты Кәрәк: 300 грамм бешкән тауыҡ ите, 200 грамм ананас (консервалағы ла мөмкин), 100 грамм кукуруз, 100 грамм ҡаты сыр, бер ус грек сәтләүеге, 100 грамм йомшаҡ эремсекле сыр (әгәр был ризыҡты яратмаһағыҙ, майонез менән алмаштырырға мөмкин), биҙәү өсөн укроп. Тауыҡ итен, ананасты шаҡмаҡлап турағыҙ. Ошо ингредиенттарға кукуруз өҫтәп, йомшаҡ сыр йәк