Найти в Дзене

“Матбуғат баҫмалары тик яҡшы хәбәрҙәр килтерһен!”

Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтан матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса эстафетаны ҡабул итте. Венер Фәнир улы “Башҡортостан” гәзитен Ватан геройҙары көнөндə Яңғыҙҡайын ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һəлəк булған Ирек Сөлəймəновтың əсəһенə - хөрмәтле Гүзəл Нуретдин ҡыҙы Сөлəймəноваға бүләк итте. Киләһе йылда “Башҡортостан”, “Ҡыҙыл таң”, “Берҙәм Рәсәй”, “Табын”, “Звезда” гәзиттәрен шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаиләләре аласаҡ. “Барыһын да район һәм республика баҫмаларына яҙылырға саҡырам. Улар тик яҡшы хәбәр генә килтерһен! Льготалы яҙылыу 12 декабргә тиклем дауам итә”, – тип белдерҙе Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов.