Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Миңһылыу апай һөлөк һала, хиджама эшләй

Һуңғы йылдарҙа күптәр халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә: им-том менән шөғөлләнгән, өшкөргән, эс һылау, һөлөк һалыу, хиджама эшләгән кешеләргә бара, уларҙың шифаһын тоя. Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланған. Һөлөктөң тәбиғәттә осра­ған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. Ә хиджама тигән дауалау ысулы мосолмандар араһында айырым урынды алып тора. Кешелек донъяһы уның менән бик борондан дауаланған. Хәйбулла районының Федоровка ауылында йәшәгән Миңһылыу Әминева күп йылдар инде һөлөк һалыу һәм хиджама процедураларын башҡара. Оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләгән ханым үҙенә мөрәжәғәт иткән кешенең ниндәй сир менән яфаланыуын, ниндәй ярҙам кәрәклеген шунда уҡ асыҡлай һәм үҙ кәңәштәрен бирә. Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы әйтеүенсә, һөлөк менән дауалау ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк тамырҙары һәм нервы системаһы, бауыр ауырыу­ҙарынан, шулай уҡ шәкәр диабетынан яфалан­ған­да ярҙам итә. Ишемия

Һуңғы йылдарҙа күптәр халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә: им-том менән шөғөлләнгән, өшкөргән, эс һылау, һөлөк һалыу, хиджама эшләгән кешеләргә бара, уларҙың шифаһын тоя. Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланған. Һөлөктөң тәбиғәттә осра­ған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. Ә хиджама тигән дауалау ысулы мосолмандар араһында айырым урынды алып тора. Кешелек донъяһы уның менән бик борондан дауаланған. Хәйбулла районының Федоровка ауылында йәшәгән Миңһылыу Әминева күп йылдар инде һөлөк һалыу һәм хиджама процедураларын башҡара. Оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләгән ханым үҙенә мөрәжәғәт иткән кешенең ниндәй сир менән яфаланыуын, ниндәй ярҙам кәрәклеген шунда уҡ асыҡлай һәм үҙ кәңәштәрен бирә. Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы әйтеүенсә, һөлөк менән дауалау ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк тамырҙары һәм нервы системаһы, бауыр ауырыу­ҙарынан, шулай уҡ шәкәр диабетынан яфалан­ған­да ярҙам итә. Ишемия инсульты һәм инфаркт кисергән осорҙа ҡулланыу айырыуса яҡшы һөҙөмтә бирә. Һөлөк пиелонефрит, вегетатив ҡан та­мыр­ҙары дистонияһы, тромбофлебит кеүек ауырыу­ҙарҙы ла дауалай, түлһеҙ­лектән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарға әсә булыу бәхете бүләк итә. Веналарҙың варикоз киңәйеүе булғанда, гепатитты дауалағанда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Простатит яҡшы дауалана, ыңғай һөҙөмтә бирә. Шулай уҡ Миңһылыу Әминева үҙе өшкөрөп, боронғоса һылай, эс күтәрә, сабыйҙары булмаған йәш парҙарға ярҙам итә. Хәйбулла районының халыҡ табибы хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҡындан таныштырырбыҙ. Автор фотоһы