2024 йылдың ғинуарынан ноябрь айына тиклем Берҙәм лицензиялар реестрында балалар стоматологияһы буйынса элекке йылдарҙа лицензиялар алған 283 ойошмаға йәнә дүрт медицина ойошмаһы өҫтәлде. – Яңы медицина ойошмаларының икәүһе лицензияларҙы эште мәктәп стоматология кабинеттарында ойоштороу өсөн алды. Бындай кабинеттар ете йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы һауыҡтырыу өсөн эшләй, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Уҡыусыларҙың сәләмәтлеген тикшергәндә стоматология сирҙәре үҫешендәге хәүефле факторҙар асыҡлана һәм контролгә алына. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыу ябайлаштырылған һәм был йәһәттән министрлыҡ үҙе һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер. Тәүге тапҡыр медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу өсөн 15 көн дә етә, ә яңынан рәсмиләштереүҙе ун көндә башҡарырға мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын