Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе башланды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Әлеге ваҡытта был мөһим сәйәси сара башланып тора. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24” һәм “Вся Уфа” телеканалдарында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм республика етәксеһе хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа ҡарарға була. Һәр йылдағыса Башҡортостан Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға республика үҫешенең төп йүнәлештәрен атай. Ябай булмаған 2024 йылға йомғаҡтар яһаласаҡ, алдағы 2025 йылға пландар билдәләнәсәк. “Республика Конституцияһына ярашлы һеҙгә йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итәм, – тине ул сығышы башында. – Һеҙҙе Рәсәйҙең яңы тарихында тәрән үҙгәрештәр билдәләүсе төп документ – Рәсәй Конституцияһы көнө менән ҡотлайым». Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә уҙып барған йылға йомғаҡ яһауҙан тыш, “күләмле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе дауам итеү” өсөн эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәкмен т

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Әлеге ваҡытта был мөһим сәйәси сара башланып тора. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24” һәм “Вся Уфа” телеканалдарында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм республика етәксеһе хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа ҡарарға була. Һәр йылдағыса Башҡортостан Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға республика үҫешенең төп йүнәлештәрен атай. Ябай булмаған 2024 йылға йомғаҡтар яһаласаҡ, алдағы 2025 йылға пландар билдәләнәсәк. “Республика Конституцияһына ярашлы һеҙгә йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итәм, – тине ул сығышы башында. – Һеҙҙе Рәсәйҙең яңы тарихында тәрән үҙгәрештәр билдәләүсе төп документ – Рәсәй Конституцияһы көнө менән ҡотлайым». Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә уҙып барған йылға йомғаҡ яһауҙан тыш, “күләмле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе дауам итеү” өсөн эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәкмен тине. – Беҙгә ауыр, яҙмыштар хәл ителгән ваҡытта йәшәргә тура килде. Беҙҙе тышҡы һынауҙарға ныҡлыҡҡа тикшерәләр, эстән тарҡатырға маташалар. Ил тарихында бер нисә тапҡыр булған кеүек, беҙ был юлы ла берҙәмлек һәм тупланғанлыҡ менән яуап бирәбеҙ. Лидерыбыҙ Владимир Путин етәкселегендә иҡтисадты, сәнәғәт һәм оборона ҡеүәтен нығытабыҙ, бөтә йәмғиәтте еңеүгә көйләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. Көтөлгәнсә, Мөрәжәғәтнамәнең ҙур өлөшө махсус хәрби операция һәм яугирҙәргә ярҙамға арналды. Бынан алда Башҡортостан Башлығы бер минутҡа тын ҡалып һәләк булған хәрбиҙәрҙе хәтергә алырға саҡырҙы. Республика бөтә Рәсәй менән бергә махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша, тине ул. – Яҡташтарыбыҙ һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ. 12 яугиргә Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелде. Шуларҙың һигеҙе, беҙҙең дөйөм ҡайғыбыҙға – үлгәндән һуң. Һәләк булған геройҙар хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым, - тине ул. Фото: "Башинформ".