Йыл башынан БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бизнес-шәрифтәр менән бергә 12 тапҡыр граждандарҙы ҡабул итеү ойоштора. Был саралар даими рәүештә һәм министр урынбаҫарҙары, шулай уҡ ведомствоның структур подразделениелары етәкселәре тарафынан үткәрелә. Был сарала министрлыҡ ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзалары ла әүҙем ҡатнаша. Белгестәр Архангел, Дүртөйлө, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Салауат, Учалы, Хәйбулла, Иглин һәм Баҡалы райондарында, шулай уҡ Бөрө ҡалаһында булды. Йылды тамамлау сараһы Күгәрсен районына тура килде. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, шәхси ҡабул итеүҙә ҡатнашыусыларҙың үтенестәренә яуаптарҙың күбеһен рәсми сайтта йәки республиканың Инвестиция порталында табырға мөмкин. Ведомство ер участкаларын сауҙалашыуһыҙ ҙа, сауҙа үткәреү аша ла ҡуртымға биреү буйынса эҙмә-эҙлекле күрһәтмәләр әҙерләгән. Инструкция даими яңыртыла һәм БР Инвестиция порталында ла, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсм