Уны Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР бүлексәһе ойошторҙо. Уҡыуҙа айырым юридик шәхестәрҙең тауар, хеҙмәт һатып алыуы өлкәһендә закондарҙы күҙәтеүгә ҡағылған һорауҙар ҡаралды. - Һуңғы йылдарҙағы социаль-иҡтисади хәл закондарҙы ҡулайлаштырыуҙы ғына түгел, үҫештең яңы мөмкинлектәрен эҙләргә кәрәк икәнен белгертә. Импортты алмаштырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү айырым иғтибар талап итә, - тине БР Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Арыҫланова. Семинарҙа ҡатнашыусылар иң борсоған һорауҙарына яуап ала алды, спикерҙар һатып алыуҙа ҡануниәт нормаларын ҡулланыу буйынса кәңәштәр ҙә бирҙе. Сығанаҡ: БР Хөкүмәтенең рәсми сайты.