Быйыл август аҙағында Өфөлә асылған Көрәш һарайында “Рәсәй – спорт дежаваһы”, Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлеге, Ялта халыҡ-ара форумдары үткәрелде. Бында Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренән, унлаған сит илдән ҡунаҡтар булды, күп иҡтисади килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Бөгөн донъя кимәлендәге уникаль объект ғәҙәти эш графигы буйынса эшләй, йәш спортсылар күнекмәләр үткәрә. Дзюдо, көрәш, грэпплинг һәм көрәштең башҡа төрҙәре буйынса шөғөлләнергә теләүсе балаларҙы йыйыу дауам итә. Күнекмәләр үткәрелгән шарттар, нисә йәштән һәм нисек секцияға яҙыуҙары тураһында Көрәш һарайы директоры Эдуард Абдядилов һөйләне. - Эдуард Юрьевич, Көрәш һарайы халыҡ-ара форумдар тарафынан һынауҙар үтте. Төп күнекмәләр процесына күсеү нисек бара? - Өс айҙан күберәк ваҡыт эсендә форумдарҙы нисек үткәреү тураһында ныҡлап тәжрибә тупланыҡ. Хәҙер күнекмәләр үткәреү процесын көйләйбеҙ. Күнекмәләрҙең беренсе көнө үтте инде. Унда күп кенә балалар йыйылды. - Хәҙер ниндәй секциялар эшләй? - Дзюдо, грэпплинг һә