Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтовҡа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең генерал-майоры исемен бирҙе. Дәүләт етәксеһенең был хаҡтағы указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов 1980 йылдың 5 октябрендә Күгәрсен районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын "юриспруденция" һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Федераль суд приставтары хеҙмәтендә Башҡортостандың Күгәрсен районы буйынса бүлегендә суд приставы-башҡарыусыһы вазифаһында башлай. Өфөнөң Калинин районы суд приставтары бүлегендә эшләй, Башҡортостандың баш суд приставы урынбаҫары була, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мари Иле Республикаһы буйынса идаралыҡты етәкләй. 2013 йылдың октябренән – Удмурт Республикаһының баш суд приставы, ә 2017 йылдың ғинуар аҙағында Башҡортостан Республикаһында суд приставтары хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. “Ҡаҙаныштары өсөн”, III дәрәжә “Хеҙмәт өсөн” миҙалдары, Рәсәй Федерацияһы Юсти