Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баймаҡтан Благоварға...

Белеүегеҙсә, иртәгәгә тиклем бөтә матбуғат баҫмаларына арзан хаҡҡа яҙылыу декадаһы бара. Ул 12 декабргә тиклем дауам итә. "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов гәзиткә яҙылып, эстафетаны Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовҡа тапшырған ине. Азамат Сәфәрғәле улы ла "Башҡортостан" лы булды. "Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы "Башҡортостан" гәзитенә яҙылдым һәм артабан эстафетаны Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосоповҡа тапшырам.Бөтә матбуғат баҫмаларына арзан хаҡҡа яҙылыу декадаһы 12 декабргә тиклем дауам итә. Дуҫтар, был матур башланғысҡа ҡушылып, эстафетаны өҙмәйенсә дауам итерегеҙ, тип ышанам", - тип яҙҙы ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. Әйткәндәй, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың бер көнө тураһында тап беренселәрҙән булып "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәлә сыҡҡан ине. Артабан да хеҙмәттәшлек дауам итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Фото: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән