Бөгөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәнов, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейында булып, коллективты яңы етәксе менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейында ике йыл дауамында директор вазифаһын башҡарған яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова “Башҡортостан ҡыҙы” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеү сәбәпле, директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу филология фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа йөкмәтелә. Әлибаев Зәки Арыҫлан улы—әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты. Ул 1992 йылдан – Башҡорт дәүләт университеты, 2009 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2017 – 2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Фото сығанағы: vk.co