Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Беҙҙең йәштәребеҙ - иң яҡшыһы!

10 декабрҙә Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм республикала ирекмәнлекте үҫтереү, шулай уҡ “Беренселәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте менән үҙ-ара эш итеү буйынса координация советтары ултырышы үтте. Сарала Радий Хәбиров һәм “Беренселәр хәрәкәте” идараһы рәйесе, Рәсәй Геройы Артур Орлов ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йәштәр менән эшләү – дәүләт бурыстарының береһе, тип билдәләне. – Беҙҙең республикала 35 йәшкә тиклемге йәштәр һаны 1 миллиондан ашыу. Улар бер ни тиклем ваҡыттан һуң төбәктең һәм илдең киләсәген билдәләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Үҫеп килеүсе быуындың башында ниндәй уйҙар – уны аңлау беҙгә мөһим. Беҙгә был ҙур армияның һәр береһенең аҡылына һәм йөрәгенә иҫ киткес яҡшы кеше һәм гражданды тәрбиәләү өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк. Мин һәр ваҡыт ысын күңелдән, беҙҙең йәштәребеҙ - иң яҡ

10 декабрҙә Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм республикала ирекмәнлекте үҫтереү, шулай уҡ “Беренселәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте менән үҙ-ара эш итеү буйынса координация советтары ултырышы үтте. Сарала Радий Хәбиров һәм “Беренселәр хәрәкәте” идараһы рәйесе, Рәсәй Геройы Артур Орлов ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йәштәр менән эшләү – дәүләт бурыстарының береһе, тип билдәләне. – Беҙҙең республикала 35 йәшкә тиклемге йәштәр һаны 1 миллиондан ашыу. Улар бер ни тиклем ваҡыттан һуң төбәктең һәм илдең киләсәген билдәләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Үҫеп килеүсе быуындың башында ниндәй уйҙар – уны аңлау беҙгә мөһим. Беҙгә был ҙур армияның һәр береһенең аҡылына һәм йөрәгенә иҫ киткес яҡшы кеше һәм гражданды тәрбиәләү өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк. Мин һәр ваҡыт ысын күңелдән, беҙҙең йәштәребеҙ - иң яҡшыһы, тип әйтәм. Радий Хәбиров тағы ла Башҡортостанда йәштәр ойошмаларына ярҙам итеү һәм ирекмәнлекте үҫтереү хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, 2022 йылдан республика Башлығы гранттары фонды йәштәр башланғыстары конкурсын үткәрә. 2024 йылда уны финанслау күләме 40 миллион һум тәшкил итә. Өс йыл эсендә 65 проект еңеү яулай. – Беҙ “Башҡортостан Республикаһының ирекмәне” билдәһен булдырҙыҡ. Был ысынлап та бик кәрәкле һәм мөһим, – тип аңлатты республика Башлығы. – Беҙ йәштәр киңлектәре инфраструктураһын булдырабыҙ. Был “Йәшлек. Төбәк” республика программаһы ярҙамында мөмкин булды. Төбәк бүлексәһе менән тығыҙ бәйләнештә республикала “Беренселәр хәрәкәте”н үҫтерәбеҙ. Бөтә йәштәр өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ беҙгә бик кәрәк! “Беренселәр хәрәкәте”нең үҫеш тенденциялары менән ойошма идараһы рәйесе Артур Орлов уртаҡлашты. Ул республиканың идара итеү командаһына булышлыҡ иткәне һәм уны үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙҙең бурыс – илебеҙ һәм йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға әҙер булған дәүләт һәм йәмәғәт институттарын, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштереү. Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы бүлексәләре асылды, уларҙа 1 594 беренсел хеҙмәткәр эшләй, муниципаль координация советтары эшләй башланы. Беҙҙең ысын командабыҙ бар! Балаларыбыҙ һәм йәштәребеҙ мәнфәғәтенә эшләгән ҙур эштәрегеҙ өсөн рәхмәт, – тип уртаҡлашты Артур Орлов. – Шулай уҡ республиканың “Беренселәр хәрәкәте”нең грант конкурсына йәлеп ителеү динамикаһын билдәләргә теләйем. 2024 йылда төбәктән 387 ғариза килгән, 32 проект еңеүсе булған, гранттарҙың дөйөм суммаһы 62 миллион һум тәшкил иткән. Грант алыусылар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора. Әйткәндәй, беҙҙә ике республика үҙәге һәм 68 муниципаль учреждение, уларҙа 1,5 мең кеше эшләй. Федераль һәм төбәк ярҙам саралары арҡаһында 2023 йылда алты йәштәр киңлеге яңыртылған, ә 2024 йылда улар бишәүгә артҡан. Дәүләт комитеты эшенең төп йүнәлештәре иҫәбендә – традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм милләт-ара татыулыҡты үҫтереү, тарихи мәғрифәтселек һәм йәштәрҙе социаль проектлауға йәлеп итеү. Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.