Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бик ғәйрәтле ҡорал

3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында байтаҡ һорауҙар күтәрелде, шул иҫәптән милли кино сәнғәте мәсьәләһенә лә иғтибар бүленде. “Кино төшөрөү өсөн йыл да Башҡортостан Башлығы Гранттары бүленә, үҙебеҙҙең ерелектәге кино сәнғәтен үҫтереү йүнәлешендә артабан да эшләйәсәкбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева белдереүенсә, тиҫтәләгән йыл буйы торғонлоҡ кисергәндән һуң башҡорт кино сәнғәте бөгөн, ниһайәт, яңы һулыш ала. – Быйыл февраль айында Башҡортостан Кинематографистар союзына 30 йыл тулыу айҡанлы байтаҡ кино эшмәкәрҙәренә юғары наградалар бирелде, республика Башлығы Радий Хәбиров менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Республика етәкселеге ярҙам иткәндә генә милли кино үҫешә ала. Ә кино – ул идеология яғынан бик ғәйрәтле ҡорал, милләтебеҙҙе донъя кимәлендә күрһәтеү мөмкинлеген биргән, туризмды үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә торған сәнғәт ул,

3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында байтаҡ һорауҙар күтәрелде, шул иҫәптән милли кино сәнғәте мәсьәләһенә лә иғтибар бүленде. “Кино төшөрөү өсөн йыл да Башҡортостан Башлығы Гранттары бүленә, үҙебеҙҙең ерелектәге кино сәнғәтен үҫтереү йүнәлешендә артабан да эшләйәсәкбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева белдереүенсә, тиҫтәләгән йыл буйы торғонлоҡ кисергәндән һуң башҡорт кино сәнғәте бөгөн, ниһайәт, яңы һулыш ала. – Быйыл февраль айында Башҡортостан Кинематографистар союзына 30 йыл тулыу айҡанлы байтаҡ кино эшмәкәрҙәренә юғары наградалар бирелде, республика Башлығы Радий Хәбиров менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Республика етәкселеге ярҙам иткәндә генә милли кино үҫешә ала. Ә кино – ул идеология яғынан бик ғәйрәтле ҡорал, милләтебеҙҙе донъя кимәлендә күрһәтеү мөмкинлеген биргән, туризмды үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә торған сәнғәт ул, – тине Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы. – Ниһайәт, беҙҙәге республика мәнфәғәтенә мөкиббән китеп эшләү теләген, тиҫтәләгән йыл буйы башҡорт киноһын үҫтерәбеҙ тигән энтузиазмды күреүселәр, хуплаусылар барлыҡҡа килде. Был беҙҙе ҡанатландыра, ә Мәскәүҙә кино өлкәһендә эшләгән талантлы яҡташтарыбыҙ Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерә. Билдәле булыуынса, былтыр һәм быйыл Радий Хәбировтың ҡарары буйынса кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Башлығы Гранттары фондынан 50-шәр миллион һум бүленде. Был гранттарҙың һөҙөмтәһе күренә лә башланы. – Яңыраҡ республика Башлығы продюсер һәм режиссер Айнур Асҡаров булышлығында төшөрөлгән "Йәй. Ҡала. Мөхәббәт" киноальманахын ҡараны. Ул һигеҙ тарихтан тора. Киноальманах беҙҙең бик күп ижади режиссерҙарҙы берләштерҙе – уны Айнур Асҡаров, Айҙар Аҡманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Руслан Юлтаев, Руслан Римович, Виталий Дудка һәм кинола үҙен тәүгә һынап ҡараған театр режиссеры Айрат Абушахманов төшөрҙө. Фильм киләһе йылдың февралендә тамашасыға күрһәтелә башлаясаҡ, – тине Зөһрә Бураҡаева. – Икенсе йыл беҙҙе тағы Роман Пожидаевтың "Батырҙар ташы" фэнтези-мелодрамаһы, Булат Йосоповтоң Еңеү көнөнә ҡарата "Фәрзәнә Көнбайышҡа бара" тарихи драмаһы һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре буйынса режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова төшөргән "Ҡалдырма беҙҙе" социаль драмаһы көтә. Фильмдарҙы халыҡҡа еткереү эше лә Башҡортостанда яйға һалынған – кино залдарын яңыртыу һәм заманлаштырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы һаналабыҙ. Мәҫәлән, 2019 йылдан алып “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 38 кино залы яңыртылған, дөйөм сығым 211 миллион һум тәшкил иткән. Фото: Зөһрә Бураҡаеваның шәхси альбомынан.