Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уңышлы проекттары күп

10 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләгән “Уралтехнострой” корпорацияһының үҫеш перспективалары тикшерелде. Компания атом энергетикаһы, нефть-газ сығарыу, нефть-газ эшкәртеү, химия, нефть, металлургия һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары предприятиелары өсөн сериялы булмаған технологик ҡорамалдар әҙерләүгә, етештереүгә, поставкалауға һәм файҙаланыуға тапшырыуға махсуслаша. Етештереү эшмәкәрлеге ике майҙансыҡта алып барыла – Өфөлә (“Уралтехнострой” корпорацияһы) һәм Туймазыла (“Уралтехнострой-Туймазыхиммаш” акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы) - дөйөм майҙаны 80 мең квадрат метрҙан ашыу. Компанияла 1 000 яҡын кеше эшләй. Корпорация президенты Артем Әминев һөйләүенсә, 30 йыл эсендә компания предприятиеларында 5 меңдән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған. Улар иҫәбендә – нефтте әҙерләү өсөн блоклы-модулле ҡулайламалар, конденсатты тотороҡландырыу ҡулайламалары, блоклы тармаҡ насос станциялары, һыйымлы, йылылыҡ ал

10 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләгән “Уралтехнострой” корпорацияһының үҫеш перспективалары тикшерелде. Компания атом энергетикаһы, нефть-газ сығарыу, нефть-газ эшкәртеү, химия, нефть, металлургия һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары предприятиелары өсөн сериялы булмаған технологик ҡорамалдар әҙерләүгә, етештереүгә, поставкалауға һәм файҙаланыуға тапшырыуға махсуслаша. Етештереү эшмәкәрлеге ике майҙансыҡта алып барыла – Өфөлә (“Уралтехнострой” корпорацияһы) һәм Туймазыла (“Уралтехнострой-Туймазыхиммаш” акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы) - дөйөм майҙаны 80 мең квадрат метрҙан ашыу. Компанияла 1 000 яҡын кеше эшләй. Корпорация президенты Артем Әминев һөйләүенсә, 30 йыл эсендә компания предприятиеларында 5 меңдән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған. Улар иҫәбендә – нефтте әҙерләү өсөн блоклы-модулле ҡулайламалар, конденсатты тотороҡландырыу ҡулайламалары, блоклы тармаҡ насос станциялары, һыйымлы, йылылыҡ алмаштырыу, металлургия ҡорамалдары һәм башҡалар төҙөү. “Уралтехнострой” корпорацияһы инновацион эшләнмәләр менән дә шөғөлләнә. Улар араһында - уникаль “Урал – МР” күп фазалы сығым үлсәгесе. 2024 йылда стратегик маҡсаттарға уңышлы өлгәшеү өсөн компанияла дүрт үҫеш йүнәлеше билдәләнгән. Улар - етештереүҙе үҫтереү һәм ритмик тәьмин ителеште тәьмин итеү, кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, һөҙөмтәлелекте арттырыу, инновацион продукттарҙы үҫтереү. Бер төркөм ойоштороу сараларын индереү һөҙөмтәһендә сағыштырма етештереүҙе 40 проценттан ашыуға арттырыуға өлгәшелде, тип билдәләне Артем Әминев. Был холдинг предприятиеларында уртаса айлыҡ эш хаҡының артыуына ла килтергән. Компанияла 2025 йылға персоналды үҫтереү һәм уҡытыу буйынса комплекслы программа әҙерләгәндәр. Ул “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш” акционерҙар йәмғиәте базаһында үҙ уҡыу үҙәген булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Иретеп йәбештереүселәрҙе НАКС стандарттары буйынса уҡытыу һәм аттестациялау (Иретеп йәбештереүҙе контролдә тотоу милли агентлығы), шулай уҡ “Иретеп йәбештереүселәр мәктәбе” квалификация күтәреү курстары төп программалар буласаҡ. Сит предприятиелар хеҙмәткәрҙәре лә үҙәктә уҡый аласаҡ. – Һеҙ бик ҡыҙыҡлы ҡарарҙар тәҡдим итәһегеҙ. Беҙҙең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына “Иретеп йәбештереүселәр мәктәбе” проектына артабан да ярҙам итергә кәрәк тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров. – Күп предприятиелар өсөн сағыштырма етештереүҙе үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән дә яҡшы өлгө күрһәтәһегеҙ. Компанияға уңыштар теләйбеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.