Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

10 йәшлек Тимур Ҡазанды таң ҡалдырып ҡайтты

Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында халыҡ-ара бейеү конкурсы үтте. Унда Өфө ҡалаһынан 10 йәшлек Тимур Ишмуллин уңышлы сығыш яһап, яңғыҙ бейеүселәр араһында беренсе урын яуланы. Тағы ла жюри ағзалары Тимурҙы “Фестиваль геройы” тигән махсус приз менән баһаланы. Тимур Ишмуллиндың төп тамырҙары, йәғни ата-әсәһе Баймаҡ районынан. Улар улдарының бейеүгә һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Тимур Өфө ҡалаһындағы “Саптар” өлгөлө бейеү студияһында шөғөлләнә (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров). Бейеүсе егеткә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ! Фото һәм видео – Радик Бакировтан.