Ижтимағи ойошманың дөйөм йыйылышы ҡарары менән Татарстан Республикаһы башҡорттары төбәк автономияһы рәйесе итеп бер тауыштан йәнә Ғәли Хәсәнов һайланды, тип хәбәр итте Татарстандың Халыҡтар дуҫлығы йорто матбуғат хеҙмәте. Сығышы менән Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан булған Ғәли Хәсәнов Түбәнге Кама ҡалаһында 32 йыл табип-кардиолог һәм терапевт булып эшләй. Ул - хәрби хәрәкәттәр ветераны, ижимағи эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә. Ғәли Әхтәр улы – Татарстан Республикаһы ҡарамағындағы Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет һәм Татарстан халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. "Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаеваның хәбәр итеүенсә, Татарстан Башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) йыйылышы Түбәнге Камала булған. Ҡазан, Яр Саллы, Әлмәт, Бөгөлмә, Аҡтаныш, Алабуға, Түбәнге Кама, Туҡай, Түбәнге Кама райондары делегаттары төрлө мәсьәләләр тураһында һөйләшергә йыйылған. Сарала Татарстан Дәүләт Советы депутаты, Татарстан Халыҡтар ассамблеяһы советы башҡарма комитеты рәйесе Ренат Вә