Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышында ойошторолған әңгәмәләр араһында штурмлаусылар отрядының рота командиры “Нарай” менән ойошторолғаны күңелгә иң ауыр тәьҫир иткәне, тәрән уйҙарға һалғаны булғандыр. Юҡ, ул үҙе тураһында һөйләмәне, ә иң яҡын ике дуҫы хаҡында бәйән итте. Дуҫтарҙың да ниндәйҙәре бит: Рәсәй Геройҙары Андрей Мигунов менән Илдар Суфийәров! “Нарай” менән Андрей Мигунов – Афған яуын үткән хәрбиҙәр. “Нарай” 1984 – 1986 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәре бригадаһы составында Гардез ҡалаһында хеҙмәт итә, ә Мигунов Шиндандта танкист булараҡ интернациональ бурысын үтәй. Ул саҡта танышырға насип булмаһа ла, махсус хәрби операция башланғас, ил саҡырыуын ҡабул иткән ир-уҙамандар бында инде ысын дуҫтар булып китә. – Палыч ышаныслы, тура һүҙле, ысын кеше ине. Мин башта зенит батареяһы командиры булдым, ә ул танк батареяһына етәкселек итте. Нисектер, шунда уҡ уртаҡ тел табып, дуҫлаштыҡ һәм, кәрәк булғанда, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Танкистарҙың техник йәһәттән берәй мәшәҡәте тыуһа, “Нарай, ярҙам ит!” тип килеп етер ине. Беҙҙең мохтажлыҡ тыуһа, ул бер ҡасан да “юҡ” тимәне. Һирәк-һаяҡ тәтегән осрашыуҙар мәлендә бик күп нәмәләр – фронт хәлдәре, яугирҙәр, яҡындарыбыҙ тураһында һөйләшә торғайныҡ. Андрей Павлович төплө фекерле, һәр ҡарарҙы ныҡлы уйлап ҡабул иткән аҡыллы кеше булды. Башҡаларҙан ана шул аналитик аҡыл ҡеүәһе менән айырылып торҙо. Яугирҙәре араһында иҫ киткес ҙур хөрмәт менән файҙаланды. Улар уны атай урынына күрҙе, “батя” тип кенә йөрөттө. Дуҫым ысын комбат ине: үткер ҡарашлы, ышаныслы яңғыраған тауышлы, сабыр аҡыллы, – тип иҫкә алды Андрей Мигуновты “Нарай”. Ҡыйыу комбаттың ҡаһарманлығы тураһында беҙҙең “Башҡортостан” гәзите лә яҙҙы, уның тормош юлдашы менән күрешеп, махсус мәҡәлә әҙерләп баҫтырҙыҡ. Андрей Павловичтың батырлығы, хәрби антына тоғролоғо – Рәсәй офицерының ысын йөҙөн, һоҡланғыс булмышын, көслө рухын билдәләгән үрнәк ул. “Палыч броняһында иң алғы һыҙыҡҡа барыуҙан ҡурҡмаған, ә асылда, хәрби вазифаһына ярашлы, штабта ғына булып, хәрби хәрәкәттәр менән идара итә ала ине. Әммә ул һәр ваҡыт үҙенең егеттәре менән бер сафҡа баҫып, алышҡа барҙы”, – ти “Нарай” дуҫы тураһында. Әңгәмәсем икенсе дуҫы тураһында ла тулҡынланып та, бер аҙ һағышланып та иҫкә алды. Тыуған иле өсөн ғүмерен биреп, Рәсәй Геройы булып дан алған Илдар Суфийәровтың батырлығы тураһында Рәсәй, республика баҫмаларында бик күп яҙҙылар һәм һөйләнеләр. – Ул туғаным кеүек яҡын булды, сөнки бер туған ҡустымдың да исеме – Илдар. Минән байтаҡҡа йәшерәк ине, үҙ күреп, “абзый” тип өндәште. Тәүге танышыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтеремдә: реактив артиллерия батареяһына ярҙам кәрәк булып сыҡты. Илдар Суфийәров ошо батареяла взвод командиры булып хеҙмәт итте. Яугирҙәргә ашығыс рәүештә ниндәйҙер нөктәгә барып етеү өсөн бензин кәрәк ине. Бер һүҙһеҙ ярҙам иттек. Ошо ваҡиғанан һуң Илдар менән дуҫлашып, аралаша башланыҡ. Ул бик тыныс, тыйнаҡ, кешелекле, кеселекле иптәш ине. Осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Мин яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң килгәнемдә уны икенсе часть ҡарамағына күсергәндәр ине. Осрашып булманы. Тиҙҙән үлеме тураһында ишетеп, шаңҡып ҡалдым. Ул Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ише батырлыҡ яһап, һәләк булды. Илдар, вазифаһына күрә, бик ҙур күләмдәге мәғлүмәткә эйә ине, шуға күрә әсирлеккә эләкһә, тере ҡалмаясағын яҡшы аңлағандыр. Дошманды үҙенә яҡын килтереп, граната менән өс нацисты һәм үҙен шартлата. Мин уның был аҙымын аңлайым, әммә дуҫымды, туғаным кеүек яҡын күргән кешемде юғалтыу ныҡ ауыр булды. Һуғыш иң яҡын ике дуҫымды алды. Уларға йәшәргә лә йәшәргә ине. Әммә шуныһы раҫ: икеһе лә бушҡа һәләк булманы. Ғүмерҙәрен беҙҙең еңеү хаҡына ҡорбан итте”, – ти “Нарай”. Эйе, уның һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Бөгөн Рәсәй Геройҙары Андрей Мигунов менән Илдар Суфийәровтың батырлыҡтары тураһында телдән-телгә һөйләйҙәр. Әлеге ваҡытта “Нарай” “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының күнекмәләр полигонында инструктор булараҡ хәрби хеҙмәтен дауам итә. Яңы килгән яугирҙәрҙе дошмандың позицияларын штурмларға, хәрби шарттарҙа үҙеңде дөрөҫ тоторға, нығытылған райондарҙы баҫып алырға өйрәтә. Һәм, әлбиттә, уларҙың хәрби рухын нығытыу, үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән дә эштәр алып бара. Был йәһәттән уның өсөн иң сағыу өлгөләр – яҡын дуҫтары Андрей Мигунов менән Илдар Суфийәров. Уларҙың яҡты рухына, тиңһеҙ батырлығына тап төшөрмәй хеҙмәт итеүҙе, барыбыҙ ҙа көткән еңеүҙе яулауға үҙ өлөшөн индереүҙе иң изге бурысы тип һанай “Нарай”. БЕЛЕШМӘ Андрей Мигунов 1964 йылдың 14 авгусында Мәләүез районының Һарыш ауылында тыуған. Рәсәй Армияһы подполковнигы, 31-се мотоуҡсылар “Башҡортостан” полкының Советтар Союзы Геройы М.И. Зорин исемендәге танк батальоны командиры була. РФ Президенты Указы менән Андрей Мигуновҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исеме бирелде. Илдар Суфийәров 1971 йылдың 15 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, өс тиҫтә йыл самаһы нефть сәнәғәте тармағында эшләй. 2023 йылдың июнендә доброволец булараҡ МХО-ға юллана. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальонында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн Илдар Суфийәровҡа Рәсәй Геройы исеме биреүҙе юллап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөрәжәғәт итә. 2024 йылдың авгусында, РФ Президентының Указына ярашлы, уға (үлгәндән һуң) ошо юғары награда бирелә. Авторы - В. УРАЗБАЕВ. Запорожье өлкәһе. Автор һәм "Башинформ" агентлығы фотолары.
Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышында ойошторолған әңгәмәләр араһында штурмлаусылар отрядының рота командиры “Нарай” менән ойошторолғаны күңелгә иң ауыр тәьҫир иткәне, тәрән уйҙарға һалғаны булғандыр. Юҡ, ул үҙе тураһында һөйләмәне, ә иң яҡын ике дуҫы хаҡында бәйән итте. Дуҫтарҙың да ниндәйҙәре бит: Рәсәй Геройҙары Андрей Мигунов менән Илдар Суфийәров! “Нарай” менән Андрей Мигунов – Афған яуын үткән хәрбиҙәр. “Нарай” 1984 – 1986 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәре бригадаһы составында Гардез ҡалаһында хеҙмәт итә, ә Мигунов Шиндандта танкист булараҡ интернациональ бурысын үтәй. Ул саҡта танышырға насип булмаһа ла, махсус хәрби операция башланғас, ил саҡырыуын ҡабул иткән ир-уҙамандар бында инде ысын дуҫтар булып китә. – Палыч ышаныслы, тура һүҙле, ысын кеше ине. Мин башта зенит батареяһы командиры булдым, ә ул танк батареяһына етәкселек итте. Нисектер, шунда уҡ уртаҡ тел табып, дуҫлаштыҡ һәм, кәрәк булғанда, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Танкистарҙың техник йәһәтт