Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәренә бурыстарын ваҡытында түләмәүҙе ғәмәлдән сығарыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 1 декабрендә закон үҙ көсөнә инә. Был хаҡта нимәләрҙе белергә кәрәк? Аңлатабыҙ. 1.Кемдәрҙең бурысын ғәмәлдән сығаралар? Законға ярашлы, мобилизация буйынса саҡырылып (хәрби училище курсанттарынан тыш) хәрби хеҙмәткә алынған һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән бер йылға махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандар, шулай уҡ уларҙың ҡатындары йәки ирҙәре 10 миллион һумға тиклем бурысын тулыһынса иҫәптән сығарырға хоҡуҡлы. 2. Ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк? Бурыстарҙы ғәмәлдән сығарыу өсөн бер үк ваҡытта үтәлергә тейешле өс мотлаҡ шарты: - 2024 йылдың 1 декабренән һуң контракт төҙөлөргә, кәм тигәндә бер йылға төҙөлөргә тейеш. - 10 миллион һумға тиклем бурыс суммаһы - 1 декабргә тиклем бурысты түләттереү тураһында суд акты көсөнә ингән, кредит ойошмаһына башҡарма документ бирелгән йәки финанс ко
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ваҡытында түләнмәгән кредиттары ғәмәлдән сығарыла
10 декабря 202410 дек 2024
3 мин