Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡараш булдырыуҙы, сирҙәрҙе иҫкәртеүҙе, медицина ойошмалары ярҙамында йәки үҙаллы ауырыуҙы еңеп сығыуҙы билдәләй. Һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш – ул сәләмәт тормош алып барыу, һаулыҡ тураһында мониторинг. Сәләмәтлек тураһында даими хәстәрлкк күреү ғүмер сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, оҙайта ла. Шуға күрә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 9 – 15 декабрҙә Һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш аҙналығын үткәрә. - Һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш – ул иң тәү сиратта сәләмәт тормош алып барыу, көн режимын һаҡлау, иртәнге гимнастика эшләү, дөрөҫ туҡланыу, - ти Һаулыҡ үҙәге” республика дауалау-физкультура үҙәгенең табибы- терапевы Ләсән Адыева. – Төрлө сирҙәрҙең аҙып китмәүе өсөн диспансерлаштырыу үтергә кәрәк. Беҙҙең “Һаулыҡ үҙәге”ндә лә үтергә мөмкин. 2024 йылда кемдәр диспансерлаштырыу үтеп, һаулығын тикшертергә тейеш? 1985, 1988, 1991,1994, 1997, 2000, 2003, 2006 йылдарҙа һәм 1985 йылға тиклемге осорҙа тыуғандар диспансерлаштырыуға килергә тейеш. Ҡалғандар иҫкәртеү ти