“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы янындағы Бармыш йылғаһы буйында скандинавса йөрөү буйынса ярыш үтте. Уларҙы Тәтешле районының “Әүҙем оҙон ғүмер” клубы һәм Пермь крайының Көйәҙе муниципаль округы активистарының осрашыуына арнанылар. Ярышта 30-ға яҡын кеше ҡатнашты. Улар сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш һәм әүҙемлек күрһәтте. Сара саф һауала үтте, был дуҫтарса һәм ыңғай атмосфера булдырыуға булышлыҡ итте. Ойоштороусыларҙың сәләмләү һүҙҙәренән һуң ҡатнашыусылар музыкаға күнекмәләр үткәрҙе, һуңынан стартҡа юлланды. Уларға быуаны дүрт тапҡыр урап үтергә кәрәк булған, дөйөм алғанда, был 3,2 километр тәшкил итә. Был йүгереү йәштең спорт менән шөғөлләнеүгә һәм әүҙем тормошҡа ҡамасауламауын күрһәтте. Скандинавса йөрөү буйынса ярыш еңеүселәре һәм призерҙары дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Бынан тыш, ҡатнашыусыларға ГТО айырма билдәләре тапшырылды, был уларҙың физик әүҙемлегенә булышлыҡ ит