Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән сираттағы тура бәйләнешендә яңы төҙөлгән Дәүләт ҡурайсылар ансамбле тураһында һорау яңғыраны. Һорауҙы Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин бирҙе. Әйтеп үтергә кәрәк, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бер нисә ай эсендә генә ойошоп, тәүге клиптарын сығарып, Республика көнөнә үҙҙәренең тәүге концертын ҡуйып барыһын да таң ҡалдырып өлгөргәйне инде. Ансамблдең тәүге концерты ул халҡыбыҙҙың ҙур байрамына әүерелде, республика Башлығы тарафынан артистарға автобус бүләк ителде, ә иң мөһиме - быйылғы йылдан алып 10 октябрҙе Ҡурай көнө итеп иғлан ителде. – Беҙ Милли ҡурайсылар ансамбле булдырҙыҡ! Ансамбль халҡыбыҙҙың ҡурай сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән әйҙәүсе көс булараҡ сығыш яһай. Унда эләгергә мөмкинме? Әлбиттә, ҡурайҙы мотлаҡ уйнарға өйрәнергә кәрәк! Беҙҙең балаларға музыка мәктәптәрендә, сәнғәт училищеларында, сәнғәт институтында ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү өсөн махсус бүлектәр бар. Унда мотлаҡ юғары белем алырға кәрәк һәм