Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҙыусыларҙың үҙ йорто буласаҡ

Башҡортостан Башлығының республика халҡы менән үткәргән Тура бәйләнешендә мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт тәңгәлендәге борсоған мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Шуларҙың береһе 90 йыллыҡ Яҙыусылар союзы хаҡында ине. Әлбиттә, бөгөн респуликала яҙыусылыҡ эше халҡыбыҙҙың төп рухиәте булараҡ алдынғы урындарҙа тора һәм киң йәйелдерелә. Әммә, яҙыусылар йорто һуңғы йылдарҙа эшлектән сығып, авария хәлендә ине. Илебеҙгә бик күп күренекле шәхестәр биргән, “Китап байрамы” кеүек һәм башҡа халыҡ-ара саралар үткәргән ҡеүәтле ойошма өсөн был, беренсенән, бик үкенесле булһа, икенсенән, күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Бөгөн унда йылдам төҙөкләндереү эштәре бара. Тура бәйләнеш ваҡытында бының турала республика Башлығы: – Республиканың иң ҙур Яҙыусылар союзы өсөн уның үҙ йорто булмауы бик насар. Дөрөҫөрәге, матур бина булған, әммә түбәнән һыу ағып, ул бик насар хәлдә ине. Әлеге ваҡытта унда төҙөкләндереү эштәре бара, беҙ был мәсьәләне мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ һәм һеҙҙең үҙ йортоғоҙ буласаҡ, - тине. Башҡортостандың Яҙыусыла

Башҡортостан Башлығының республика халҡы менән үткәргән Тура бәйләнешендә мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт тәңгәлендәге борсоған мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Шуларҙың береһе 90 йыллыҡ Яҙыусылар союзы хаҡында ине. Әлбиттә, бөгөн респуликала яҙыусылыҡ эше халҡыбыҙҙың төп рухиәте булараҡ алдынғы урындарҙа тора һәм киң йәйелдерелә. Әммә, яҙыусылар йорто һуңғы йылдарҙа эшлектән сығып, авария хәлендә ине. Илебеҙгә бик күп күренекле шәхестәр биргән, “Китап байрамы” кеүек һәм башҡа халыҡ-ара саралар үткәргән ҡеүәтле ойошма өсөн был, беренсенән, бик үкенесле булһа, икенсенән, күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Бөгөн унда йылдам төҙөкләндереү эштәре бара. Тура бәйләнеш ваҡытында бының турала республика Башлығы: – Республиканың иң ҙур Яҙыусылар союзы өсөн уның үҙ йорто булмауы бик насар. Дөрөҫөрәге, матур бина булған, әммә түбәнән һыу ағып, ул бик насар хәлдә ине. Әлеге ваҡытта унда төҙөкләндереү эштәре бара, беҙ был мәсьәләне мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ һәм һеҙҙең үҙ йортоғоҙ буласаҡ, - тине. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов бының хаҡта: – Мин, Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ, республика Башлығына яҙыусылар исеменән рәхмәтемде белдерәм. Бынан бер йыл элек беҙ Радий Фәрит улына бик ҡурҡыныс хәлдә булған Яҙыусылар йорто тураһында мөрәжәғәт иткәйнек, сөнки уны тиҙерәк һаҡлап ҡалыу буйынса саралар күрергә кәрәк ине. Бөгөн унда эштәр бара, беҙ уны саҡырып ҡалабыҙ һәм, әлбиттә, ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип уртаҡлашты. Ысынлап та, Коммунистик урамында урынлашҡан боронғо бина көндән-көн матурланып яңы төҫ ала бара. Әле уның тышында эштәр тулыһынса тиерлек эшләнгән. Төҙөкләндереү эштәре йорттоң эсендә дауам итәсәк. Яңыртылған Яҙыусылар йорто киләһе йылдың мартында эш башлар тип күҙаллана. Фотолар: Башҡортостан Яҙыусылар союзының матбуғат хеҙмәтенән.