100 йыллыҡ тарихы булған Ленин исемендәге паркты Өфө халҡы башта Ушаков, һуңғараҡ Матросов исеме менән йөрөтә торғайны. Һуңғы йылдарҙа ул яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе: Шайморатов генерал мемориаль комплексына, республиканың тәүге президенты Мортаза Рәхимов һәйкәле янына кешеләр күп килә, башҡорт сакураһы – яҙын алһыу сәскәгә күмергән алмағастар паркты күркәмләй, ул ҡала халҡының яратҡан ял урынына әйләнде. Спорт менән шөғөлләнер урындар ҙа етерлек, кәрәк икән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Нестеров исемендәге музей, "Динамо" стадионына барып ял ит. “Киләсәктә системалы эш алып барылыр һәм был проект үҙенең потенциалын тулыһынса асыр, тип уйлайым. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса реконструкция эше Октябрь проспектында ла көтөлә. Тотош республикала алып барылған бындай үҙгәрештәр уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән, улар республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме, эшмәкәрлегенә ярашлы алып барыла”, - тине “Болоттар” заманса сәнғәт үҙәге директоры Валериан Гагин
Шайморатов генерал, Мортаза Рәхимов һәйкәлдәре янынан кеше өҙөлмәй
9 декабря 20249 дек 2024
~1 мин