1 - 15 декабрҙә V Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант үтә. Башҡортостан йыл һайын федераль интерактив белем биреү проектында әүҙем ҡатнаша. Быйыл ғәҙәттәгесә Республикаа идара итеү үҙәгендә министр урынбаҫары Элина Дәминева етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының дәүләт хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендәге белемдәрен тикшерҙе. Сара Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөнә арналды һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Прокуратураһы һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы ярҙамында үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы Виктор Бутыркин үҙенең сәләмләү һүҙендә диктанттың коррупцияға ҡаршы ҡануниәт өлкәһендә белемдәрен тикшерергә һәм арттырырға мөмкинлек биреүен, был күренешкә кире ҡараш формалаштырыуын һәм граждандарҙы коррупцияға ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашырға дәртләндереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Йылдан