Экстремизм һәм уның сиктән тыш формаһы – терроризм иң хәүефле ижтимағи-сәйәси проблемаларҙың береһе булып тора. Экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү – ул дәүләттең генә түгел, ә граждандар йәмғиәте вәкилдәренең дә бурысы: йәмәғәт һәм дини берләшмәләр, айырым граждандар. Рәсәй Федерацияһында экстремистик эшмәкәрлек тыйылған, ә был тыйыуҙы үтәү ҡәтғи контролдә тотола. Бындай ҡатылыҡ дәүләтебеҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы составына бәйле, был айырым кешеләрҙең һәм ойошмаларҙың халыҡтар һәм илебеҙ халҡының төрлө төркөмдәре араһында ыҙғыш тыуҙырырға маташыуына ҙур иғтибар һәм тиҙ яуап биреү кәрәклеген талап итә. Экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы тороуҙың дөйөм дәүләт системаһының хоҡуҡи нигеҙен халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптары һәм нормалары, Рәсәй Федерацияһының Халыҡ-ара килешеүҙәре, “Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу тураһында” һәм “Терроризмға ҡаршы тороу тураһында” Федераль закондар, шулай уҡ был өлкәлә эшмәкәрлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡи акттары тәшкил итә. Экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы тороу федераль, төбәк һәм урындағы кимәлдә тормошҡа ашырыла. Фото: скриншот.