15 йәшлек Алина Мәһәҙиева кисә, 15 декабрҙә, Өфөлә юғалған. Ҡыҙҙың яҡындары әйтеүенсә, ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Ял көнө ағаһында ҡунаҡта булған. Әммә туғандарының йортонан сығып киткәндән һуң дөйөм ятағына ҡайтып етмәгән. - Телефоны һүнгән. Ул тыныс, өй шарттарына ғына өйрәнгән ҡыҙ. Һәр саҡ бәйләнештә булды, - тип хәбәр иткән Алинаның яҡын туғаны Нәфисә “Башинформ” агентлығына. Ҡыҙҙы эҙләүгә “Лиза Алерт” ирекмәндәре лә ҡушылған. Алинаның билдәләре: буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле. Оҙон ҡара куртка, ҡолаҡсынлы башлыҡ кейгән (фотолағы кеүек). Алинаның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-347-284-66-09 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Балаҡайҙың имен-аман табылыуын, иҫән-һау булыуын теләйбеҙ. Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.
Башҡорт гимназия-интернатынан ҡыҙ юғалған, күреүселәр юҡмы?
16 декабря 202416 дек 2024
~1 мин