Найти в Дзене

Үрге Пышмала башҡорт телен өйрәнәләр

Свердловск өлкәһендә 17 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Унда башҡорт теле дәрестәре алып барыла, уларға теләгән булған ҡыҙҙар һәм малайҙар йөрөй. 1998 йылда өлкәнең Үрге Пышма ҡалаһында туған телдәрҙе (башҡорт һәм татар) өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе асыла. Унда ата-әсәләрҙән 120 ғариза бирелә. Бөтә осорҙа 537 бала бында уҡып сыға. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан был мәктәптең эше һүнеп ҡала. Свердловск башҡорттары балаларына туған телен уҡытыуҙа ҡыйынлыҡтарға осрай. Бәхеткә күрә, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы Үрге Пышмалағы мәғариф идаралығы менән тиҫтәнән ашыу ғариза булған осраҡта йәкшәмбе мәктәбе ҡабаттан эшләй башлаясағы тураһында һөйләшеп килешә. Ниһайәт, 2021 йылда ҡаланың 1-се мәктәбе базаһында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса белем биреү үҙәге эшен яңынан башлай. Был “Башҡорт теле – башҡорт иле” тип аталған проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Февраль айынан уҡыу планын әҙерләүгә, класты туплауға, ҡулланма әсбаптарҙы биҙәүгә бәйле ойоштороу эше үткәрелә.Эш Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы-интернаты менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Апрель аҙағында мәғариф учреждениелары директорҙары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Тантана барышында белем биреү учреждениелары етәкселәре бүләктәр һәм сувенирҙар менән алмаша. Башҡортостан вәкилдәре уҡытыусының эшен ойоштороу өсөн ноутбук, башҡорт телен үҙләштереү өсөн китаптар һәм уйынсыҡтар, шулай уҡ класты биҙәү өсөн күргәҙмә әсбаптар тапшыра. Йәкшәмбе класына Екатеринбург һәм Үрге Пышма ҡалаларынан 21 уҡыусы яҙыла. Өс йыл инде Үрге Пышмала яңы һулыш алған йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә. Унда 7-16 йәшлек балалар йәлеп ителгән. Уҡытыусы Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Ғәлимова дәрестәр алып бара: балаларға телде өйрәтә, уларҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштыра, милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә, төрлө сараларҙа ҡатнашыуға йәлеп итә, файҙалы сәйәхәттәр ойоштора. Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА. Фото: Мәҙәни-тарихи йәкшәмбе мәктәбе архивынан.