Найти в Дзене

14 бала тәрбиәләйҙәр!

Күп балалы ғаиләнең һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә етерлек. Хәҙер Мәләүез районының Ташлыкүл ауылында йәшәүсе Ҡарасуриндар ғаиләһе ике йыл элек был яҡтарға Ейәнсура районынан күсеп килгән. 2004 йылдан алып улар 14 баланы тәрбиәгә алған. Светлана Сәйетғәле ҡыҙы менән Флүр Ғәлим улы үҙ миҫалында балаларҙа хеҙмәткә һөйөү уята, яуаплылыҡ, бер-берең өсөн хәстәрлек кеүек сифаттар тәрбиәләй, ғаилә ҡиммәттәренә һаҡсыл ҡараш уята. Светлана Сәйетғәле ҡыҙы балаларҙы тәрбиәләргә лә, ҙур хужалыҡта, йортта эшләргә лә өлгөрә. Өҫтәүенә ул - әүҙем ирекмән, махсус хәрби операцияла булған егетәтргә ярҙам итә. Әйткәндәй, был ғаилә 2007 йылда опекундар һәм попечителдәр араһында үткәрелгән район конкурсында еңеүсе булған. Балалар һүрәт төшөрөү, ағастан семәрләп әйберҙә эшләү менән мауыға, спорт менән шөғөлләнә, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.