Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Дуга" позывнойлы яугир менән осрашҡан. - «Дуга» махсус хәрби операция зонаһында 2022 йылдың сентябренән. Механик-водитель вазифаһында хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускаға хеҙмәт осоронда дүртенсе тапҡыр ҡайта. Бөгөн уның менән осрашып, кәрәкле гуманитар ярҙам тураһында, үҙенең хәрби көндәлек тормошо хаҡында һөйләне. Контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем яугир тыуған ауылында эшләй, һәр ваҡыт сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы була. Бөгөн дә ул лайыҡлы хеҙмәт итә, быны Шайморатов, Жуков һәм «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалдары раҫлай. Һәр яугирыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уларҙың тиҙерәк ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Уңыш һәм һәр ваҡыт хәрби уңыштар һиңә, «Дуга», - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе