Найти в Дзене

"Традицияларыбыҙға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә таянырға тейешбеҙ"

Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбировтың тура эфир аша халыҡҡа бәйләнешкә сығыуы ваҡытында тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһенә ҡағылған күп һорау буйынса уның фекерҙәрен, тәҡдимдәрен ишеттек. Халҡыбыҙ рухиәтенә бағышлы һорауҙар, 12 декабрҙә башланған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла ситтә ҡалманы. Ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосоповтың фекерен ишетергә теләп, уға мөрәжәғәт иттек. – 3 декабрҙә Башҡортостан Башлығының республика халҡы менән тура бәйләнештә аралашыуы бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ундағы һорауҙарҙың, хатта һорауҙарҙың ғына түгел, фекерҙәрҙең киңлеген, тәрәнлеген билдәләр инем. Инфраструктура, социаль, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләре генә түгел, рухи ҡиммәттәребеҙгә арналған мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы. Уларҙы республикабыҙ етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла йүнәлтте. Бына-бына башланырға торған VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ваҡытында шул һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ ҙә. Артабан үҙебеҙҙ

Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбировтың тура эфир аша халыҡҡа бәйләнешкә сығыуы ваҡытында тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһенә ҡағылған күп һорау буйынса уның фекерҙәрен, тәҡдимдәрен ишеттек. Халҡыбыҙ рухиәтенә бағышлы һорауҙар, 12 декабрҙә башланған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла ситтә ҡалманы. Ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосоповтың фекерен ишетергә теләп, уға мөрәжәғәт иттек. – 3 декабрҙә Башҡортостан Башлығының республика халҡы менән тура бәйләнештә аралашыуы бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ундағы һорауҙарҙың, хатта һорауҙарҙың ғына түгел, фекерҙәрҙең киңлеген, тәрәнлеген билдәләр инем. Инфраструктура, социаль, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләре генә түгел, рухи ҡиммәттәребеҙгә арналған мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы. Уларҙы республикабыҙ етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла йүнәлтте. Бына-бына башланырға торған VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ваҡытында шул һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ ҙә. Артабан үҙебеҙҙең традицияларҙы, ҡиммәттәрҙе нисегерәк ҡулланырбыҙ, уларға таянып, ниндәй үҙебеҙҙең идеологияны булдырырбыҙ, ниндәй принциптар буйынса йәшәрбеҙ?.. Әлбиттә, әлеге ваҡытта донъя бик үҙгәрә, хатта күнегелгән йәшәйешебеҙгә, халыҡтарҙың, телдәрҙең киләсәгенә хәүеф тыуа, тип әйтергә була. Шуға күрә үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Аллаға шөкөр, беҙҙең үҙ республикабыҙ бар. Башҡортостан етәкселеге, власть органдары был мәсьәләләргә ыңғай ҡарашта, ярҙам күрһәтелә. Йәмғиәт булараҡ, беҙ үҙ һүҙебеҙҙе, позициябыҙҙы билдәләргә, Башҡортостанда, Рәсәйҙә ниндәй роль уйнайбыҙ – барыһын да, бөтә яҡлап та асыҡларға тейешбеҙ. Беҙҙең үҙ йолаларыбыҙ, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙ, донъяға ҡарашыбыҙ бар. Улар – беҙ таянырға тейеш булған мөһим сығанаҡ, шуныһы бәхәсһеҙ, – тип уртаҡлашты Юлдаш Мөхәммәт улы. Фото: Юлдаш Йосоповтың социаль селтәренән.