Элек-электән өлөсәйҙәрҙең ҡулынан тәсбих төшмәне. Улар тәсбихте хатта финик һөйәгенән дә эшләп алыр ине. Хәтеремдә, өләсәйем һәр кис ятыр алдынан ҡулына тәсбих алып, уны тартып, ауыҙ эсенән нимәлер шыбырлай торғайны. Аҙаҡ ҡына "Бисмилла"һын әйтеп йоҡларға ятыр ине. Бөгөн һәр йортта тәсбих барҙыр, әммә уны күптәр ни өсөн ҡулланғанлығын да белеп бөтмәй. Сираттағы сәйәхәттәремдең береһендә Үзбәкстандың боронғо Бохара ҡалаһынан иң боронғоса итеп эшләнелгән тәсбих алып ҡайттым. Ваҡыты менән өләсәйем өйрәткәнсә, тартып алам. Мөхәммәт ғәләйиссәләм дә : “Саҙаҡа бирергә мөмкинлегегеҙ булмаһа, тәсбих әйтегеҙ. Ул - иң күркәм сараларҙың береһе”, - тигән. Әйткәндәй, әсәйемдең тартҡан тәсбихен дә ҡәҙерләп һаҡлайым. Фото: телеграм