Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Республикала йәшәүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итәләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ял көндәрендә Башҡортостанда һыуыҡ һауа торошо көтөлә. Иртәгә, 9 декабрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 10-15 градус, урыны менән 18, -23, көндөҙ -5, -10 градус. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водителдәргә хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә: фараларҙы ҡабыҙырға, тиҙлек режимын үтәргә, автомобилдәр араһында араны тоторға, телефонға иғтибарҙы йүнәлтмәҫкә, киҫкен маневр яһамаҫҡа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: "Башинформ"