Найти в Дзене

Дәмин Юланов яҡташтары менән осрашты

Изге йолаға ярашлы, быйыл да ейәнсуралар осрашты. Мәҙәни сара Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә (элекке Химиктар мәҙәниәт һарайы) ойошторолдо. Башта арҙаҡлы шәхестәр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм башҡалар ҡатнашҡан асыҡ һөйләшеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Әйткәндәй, төбәктән әллә күпме билдәле кешеләр сыҡҡан. – Ғәҙәттә, ҡыштың тәүге айы башланһа, күңел Өфөгә тартыла, – тине Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Быйыл да изге йолаға тоғро ҡалып, баш ҡалабыҙға – ейәнсураларҙың осрашыуына юлландыҡ. Башҡортостан аграр университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ундай осрашыуҙарҙа яҡташтар менән төрлө мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелә. Дәмин Марат улы билдәләүенсә, агросәнәғәт комплексы үҫешә, көнбағыштан юғары уңыш алынған. "А7агро" хужалығы уңыштары менән шатландыра. Туризм икенсе һулышын кисерә, төбәккә ял итергә килеүселәр йылдан-йыл арта

Изге йолаға ярашлы, быйыл да ейәнсуралар осрашты. Мәҙәни сара Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә (элекке Химиктар мәҙәниәт һарайы) ойошторолдо. Башта арҙаҡлы шәхестәр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм башҡалар ҡатнашҡан асыҡ һөйләшеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Әйткәндәй, төбәктән әллә күпме билдәле кешеләр сыҡҡан. – Ғәҙәттә, ҡыштың тәүге айы башланһа, күңел Өфөгә тартыла, – тине Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Быйыл да изге йолаға тоғро ҡалып, баш ҡалабыҙға – ейәнсураларҙың осрашыуына юлландыҡ. Башҡортостан аграр университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ундай осрашыуҙарҙа яҡташтар менән төрлө мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелә. Дәмин Марат улы билдәләүенсә, агросәнәғәт комплексы үҫешә, көнбағыштан юғары уңыш алынған. "А7агро" хужалығы уңыштары менән шатландыра. Туризм икенсе һулышын кисерә, төбәккә ял итергә килеүселәр йылдан-йыл арта, төҙөлөш йылдам бара. Хакимиәт башлығы Дәмин Юланов кешеләрҙең йәшәйешенә уңайлыҡтар һәм еңеллектәр килтереүҙе мөһим бурыстарының береһе булыуына баҫым яһаны һәм иң-иңдәргә бүләктәр тапшырҙы. Халыҡтың зауығын һәм талабын күҙ уңында тотоп, мәҙәниәт йортоноң фойеһында тап Ейәнсурала етештерелгән тауарҙар күргәҙмәһе ойошторолдо. Фото: Илдар Аҡъюлов.