Чиновниктарға ҡарата енәйәт эштәре — ул көс органдарының ғәҙәти эше. Бында конспирологик теориялар юҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙә уҙған тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе. “Мин буяуҙарҙы артыҡ ҡуйыртмаҫ инем. Көс структураларының ғәҙәти эше бара. Был даими эштең шаһиттары булған, бар. Аңлайһығыҙмы, чиновник булыу – ул йәмғиәттең сағылышы. Һәм беҙ бер ҡасан да “барыһы ла камил” тип әйтмәйбеҙ. Етәкселәр араһында йүнһеҙҙәр була. Йүнһеҙҙең йүнһеҙҙәре. Улар бер ҡасан да булмаясаҡ тип әйтеп булмай. Тормош шундай. Бурыс – уларҙан ваҡытында ҡотолоу”, – тине Башҡортостан Башлығы. Уның һүҙҙәренсә, көс структураларының ҡарарҙары властарҙың ҡайҙалыр иғтибарһыҙ ҡалыуын һәм иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеген аңлата. “Әммә мин ниндәйҙер конспирологик теорияны күрмәйем. Һүрәтләмәҫ инем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Көс структураларын үҙ эшен башҡарғанда һәм, нигеҙҙә, таҙартҡанда, күренештәрҙең тәбиғи булыуы был. Мин уларға бының өсөн рәхмәтлемен”. Республика Башлығы хаталар