"Дәрүишхан" төркөмөнөң элекке солисы Дим Ҡоләхмәтовҡа бөгөн, 7 декабрҙә, 55 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 35 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Үҙе китте, ә халыҡ күңелендә үлемһеҙ йырҙары һәм “ваҡытында баһалай белмәнек” тигән үкенес ҡалды. Ошо ғәҙелһеҙлекте юйып, күптән түгел Өфөлә уҙған “Дәрүиш Рухы+” концерты мәлендә башҡорт рок музыкаһының барлыҡҡа килеүенә тос өлөш индергән артистар Дим Ҡоләхмәтовҡа, Ғәзинур Биктимеровҡа һәм Ирек Атановҡа үлгәндән һуң “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелде. Дим Әхтәм улының наградаһын тол ҡатыны Альбина Ҡоләхмәтова сығып алды. – Ҙур рок-концерт була, тип ишеткәс, ғаилә менән барырға йыйындыҡ. “Дәрүишхан” төркөмөнөң яңы йырҙары сыҡманымы икән, бәлки, үҙебеҙ өсөн яңы исемдәр асырбыҙ, тип ҡыҙыҡһынып көттөк был көндө. Бер мәл ойоштороусылар шылтыратты. “Мотлаҡ килегеҙ, бүләкләү була”, – тинеләр. Сәхнә эргәһендә сират көтөп торғанда ла, юғары дәүләт наградаһы булыр, тигән уй башыма ла инмәне. “Халыҡ артисы” тигәнде ишеткәс, ҡаушап ҡалдым