Башҡортостанда Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам даими күрһәтелә. Был тәңгәлдә Балаҡатай районы етәкселеге лә өҙлөкһөҙ ярҙам ойоштора. – Ошо көндәрҙә махсус хәрби операциялағы һалдатыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, "Стрела" позывнойлы ил һаҡсыһы Яңы Балаҡатай ауылында тыуып үҫкән. – тине Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова. – Уның менән төрлө темаға һөйләштек. Иң мөһиме, һалдаттың кәйефе күтәренке, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған. 24 йәшлек һалдат БМП-ла механик, командир итеп үрләтелгән, кешеләрҙе һуғыш барған урындан тыныс яҡҡа сығара, бынан тыш, яралыларҙы ла беҙҙең яҡҡа ташый. "Стрела" Жуков һәм Суворов дәүләт миҙалдары менән бүләкләнгән. Яҡташыбыҙ - ғорурлығыбыҙ! Әйткәндәй, "Стрела"ның бер туған абзыйы шулай уҡ ул хеҙмәт иткән подразделениеға килгән. Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова белдереүенсә, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – мөһим бурыстарҙың береһе. Ула