Республикабыҙҙың Халыҡ ҡоралдары милли оркестрын Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә яратып ҡабул итәләр. Ижади коллектив, “халҡыбыҙҙың алтын мираҫын популярлаштырыусы” тигән миссияһын ышаныслы раҫлап, хаҡлы рәүештә туған төйәгебеҙҙең этник бренды һәм профессиональ музыка сәнғәтенең визит карточкаһы тип иҫәпләнә. Оркестрҙың Ватаныбыҙ төбәктәре буйлап аншлаг менән үткән гастролдәре буйынса мәғлүмәттәр менән Башҡорт дәүләт филармонияһы мөхәррире Әлфиә ҒИМАҘИЕВА таныштырҙы. Өсөнсө йыл рәттән оркестр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планындағы “Беҙ – Рәсәй» программаһында ҡатнаша. 2022 йылда данлы коллектив Ҡурған, Төмән, Чебоксар, Яр Саллы, Ижевск ҡалалары тамашасыларына “Этниканан джазға тиклем” тип аталған программа тәҡдим иткәйне. Уҙған йылдағы гастролдәр турында Ырымбур, Һамар, Сызрань, Ульяновск, Санкт-Петербург, Бөйөк Новгород ҡалаларында “Быуаттар төпкөлөнән – Урал легендалары” тигән милли рухлы, бай эстәлекле концерт программаһы менән уңышлы сығыштар яһаны. Бығаса тиңе булмаған оҙайлы һәм ҙур гастролдәр дауамында Рәсәй тамашасыһы милли музыка ҡоралдарыбыҙ моңон ишетеп, башҡорт иленең мәҙәниәте, теле, тарихы менән танышты, экрандарҙа барған видеояҙмаларҙы ҡарап, мәғрур Урал иленең хозур тәбиғәтенә һоҡланды. 2024 йылда ла оркестр Урал һәм Волга буйының 11 ҡалаһында үткән гастролдәрендә үҙенең киң ижади мөмкинлектәрен тәҡдим итте. Башҡорт фольклоры һәм музыкаһынан тыш, башҡа жанрҙарҙа ла оҫта уйнауын күрһәтеп, сағыу сығыштары менән башҡорт милли музыка сәнғәтен яңы юғарылыҡҡа күтәрҙе. “Быйылғы гастроль туры өсөн халыҡ көйҙәре һәм танылған башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре менән бер рәттән оркестр өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәрҙе лә үҙ эсенә алған “Ел тыуҙырған моң” тигән үҙенсәлекле программа әҙерләнек. Беҙҙең сығыштарҙы сит өлкәләрҙә лә бик яратып ҡабул иттеләр. Илебеҙ халҡын традицион башҡорт музыка мираҫы менән таныштырыу беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ”, – ти оркестрҙың баш дирижеры, Бшҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов. Коллективтың быйылғы ижад сәфәре Яр Саллы, Йошкар-Ола, Ҡурған, Түбәнге Тагил, Екатеринбург, Саранск, Силәбе, Түбәнге Кама, Свердловск өлкәһенең Асбест, Ревда, Каменск-Уральск, Ирбит ҡалаларында ҙур уңыш һәм аншлаг менән үтте. Башҡорт милли музыкаһының бөтә нескәлектәрен асып биргән талантлы коллективты һәр ерҙә йылы ҡаршы алдылар, ҡайнар алҡыштар менән оҙаттылар. Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Амангилдина, Артур Ғайсаров, оркестр солистары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айрат Ҡарасов, Евгений Чугаев, Арыҫлан Оморҙаҡов, Раян Хөснуллиндарҙың сығышын айырым билдәләп үтмәй мөмкин түгел. Улар халыҡ йырҙарын илһамланып йырлап, бейеп, етеҙ хәрәкәтсән музыка менән залды дәртләндерҙе, илһамландырҙы. Оркестр музыканттары Рафаэль Йәғәфәров, Рәсим Лоғаманов, Әнүәр Фәтиховтарҙың “RAFSTYLE” исемле барабансылар шоуын һәр концертта тамашасы дәррәү алҡыштарға күмеп, хисләнеп, “афарин!” тип баһаланы. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Башҡорт милли оркестрының сығыштарын ҡарарға килгән тамашасылар концерттарҙан һуң таралышмай, музыканттарға, етәкселәргә оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Түбәнге Тагил филармонияһы директоры, “Тагил гармоникалары” оркестрының дирижеры Сергей Цветков Башҡортостан коллективының сығышын юғары баһаланы (аҫтараҡ, айырым фекер итеп бирелде – ред.) Екатеринбург филармонияһында концертта булған бер тамашасы: “Башҡорт оркестры уйнаған музыканы оҡшатмау мөмкин түгел: тыңлаған саҡта йөрәк моң менән бергә тибә, һинең ниндәй милләттән булыуыңа ҡарамаҫтан, ул бөтә булмышыңды биләп ала, сөнки музыканың милләте юҡ: ниндәй телдә һөйләшһә лә, һәр кем өсөн бер төрлө яңғырай ул. Юҡҡа ғына был оркестр Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөмәй һәм уны бөтә ерҙә шатланып ҡабул итәләр”, – тип яҙа. “Беҙ барыбыҙ ҙа ошо концерттан һуң бер аҙ башҡорт булып алдыҡ. Устар янғансы ҡул саптыҡ, тауыш ҡарлыҡҡансы “маладис!” тип ҡысҡырҙыҡ”, – тип яҙалар интернет селтәрендә. Яр Саллы ҡалаһы тамашасыһы: “Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорттар үҙҙәренең милли музыкаһын, милли рухын ошондай юғары кимәлгә күтәргән. Оркестр йөрәктәребеҙҙе яуланы, ә сәхнәлә музыкант ҡамыштан ҡурай яһап, шунда уҡ уйнап ебәреүе оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Күрше өлкәләрҙә барған уңышлы оҙайлы гастролдәр араһында Милли оркестр тыуған филармония сәхнәһендә лә сағыу программалар әҙерләп өлгөрә. Тиҙҙән, 12 декабрҙә, филармонияның Ҙур залында данлы коллективтың Ғаилә йылына, Башҡорт теле көнөнә һәм филармонияның 85-се юбилей йылын ябыуға арналған “Ырыҫлы бишек” исемле ҙур концерт программаһы тәҡдим итә. Бәпес туйы, Исем ҡушыу, Йәштәр туйы, Килен төшөрөү кеүек борондан һаҡланып килгән милли йолалар нигеҙендә төҙөлгән театрлаштырылған тамашала филармонияның танылған солистары, билдәле коллективтары ҡатнаша. Был көндө артистар сәхнәлә йырлап ҡына ҡалмаҫ, ә бар актерлыҡ һәләттәрен дә күрһәтер. Милләтебеҙҙең “ырыҫлы бишеге” менән тығыҙ бәйләнгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы хәтерҙә тотайыҡ, йәш быуындарға ҡәҙерләп тапшырайыҡ, телебеҙ ҡәҙерен беләйек, тип янып йәшәүсе һәр кем һис шикһеҙ был концертты күрергә тейеш! Проекттың авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимаҙиева. “Ырыҫлы бишек” – ул туған башҡорт телебеҙ. Ул татыу, берҙәм, бәхетле ғаилә һәм халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһы булған халыҡ йолалары. “Ырыҫлы бишек” – милли рухлы халыҡ йырҙары, ҡурай моңо, ҡумыҙ сыңына тоғро ҡалған филармониябыҙ. Башҡорт халҡының быуаттарҙан килгән изге йолаларын юғалтмайыҡ, һаҡлайыҡ, бергәләп иҫкә төшөрәйек”, – тип саҡыра Сулпан Раил ҡыҙы. Бынан тыш, 4-5 декабрҙә Башҡортостандың Халыҡ ҡоралдары милли оркестры дүртенсе йыл рәттән республикала ҙур уңыш менән барған “Ел тыуҙырған моң” халыҡ-ара этник тынлы музыка ҡоралдары фестивалендә төрлө тарафтарҙан килгән коллективтарҙы ҡаршы алып, улар менән туған филармонияһы сәхнәһендә лә сығыш яһаны. ФЕКЕР Сергей Цветков, Түбәнге Тагил филармонияһы директоры, “Тагил гармоникалары” оркестры дирижеры: – Тагил тамашасыларының аяғүрә тороп сәләмләүе, туҡтамай ҡул сабыуы, шатлыҡлы йөҙҙәре, “маладис” тип ҡысҡырыуы концерттың ҙур уңышы тураһында һөйләй. Миңә оркестрҙың йүнәлеше, милли рухлы, ирҙәрсә көслө холоҡло, ныҡлы, төплө булыуы оҡшай. Көс-ғәйрәт, рух, дәрт, дарман бар был оркестрҙа. Ҡурайҙың импровизациялары башҡа музыка ҡоралдары менән шундай килешле, урынлы һәм хисле яңғырай. Бай милли репертуар экрандағы башҡорт еренең гүзәл тәбиғәт күренештәре менән байытыла. Һоҡланғыс тамаша! Шундай ыңғай тәъҫораттар ҡалдырҙы башҡорт музыканттары менән осрашыу. Яңы йүнәлештәр, ижади асыштар, юғары бейеклектәр теләйем! Фотолар Башҡорт дәүләт филармонияһы архивынан алынды.